

Ауыл элек-электән мәҙәниәттең, йолаларҙың нигеҙе, шулай уҡ юғары сифатлы аҙыҡ-түлек етештереү сығанағы. Республикабыҙ был йәһәттән һәр саҡ алдынғы, беҙҙә игенселеккә, ит, һөт, ҡымыҙ, бал продукциялары алыуға ҙур иғтибар бүленә. Төбәк иҡтисадына ҡеүәт биргән агросәнәғәт үҫешенә даими булышлыҡ ҡылына, өҫтөнлөклө мәсьәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың даими контролендә. Фермерҙарға гранттар, субсидиялар, төрлө ташламалар булдырылған, агросәнәғәт комплекстары даими яңыртылып, конкурентлыҡҡа һәләте, эш һөҙөмтәлелеге арттырыла.
Һәр ғәмәлдең уңышлы йүнәлеш алыуының төп шарты – эштең тәмен белеп, кинәнес алып башҡарыуҙалыр. Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылы фермеры Рауил Ғафаров та шундайҙарҙан – тыуған ерендә ең һыҙғанып эшләй, ә уңыштары тағы ла дәртләнеберәк эшләргә көс-дәрт бирә.
Эйе, уның тәжрибәһе етерлек, аграр өлкәлә лә белем багажы ҙур, иҡтисад ҡанундарын да төплө үҙләштергән. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә кеше менән уртаҡ тел таба, дөрөҫ мөнәсәбәттәр ҡора белеү ҙә мөһим бит әле – быныһы ла Рауил Ғәбделхәй улының көслө сифаттарының береһе.
Аяғында ныҡлы баҫып торған ошондай аграрийҙарҙың береһе Рауил Ғафаров фермерлыҡҡа тотоноу алдынан тәүҙә икмәкхана эшмәкәрлеген йәйелдерә, шунан пилорама асып, ағас эше менән шөғөлләнә, шулай уҡ умарта ла тота. Тора-бара уңған ир-уҙаман тағы ла киңерәк даирәләрҙе яулау теләге менән яна башлай.
2014 йылдан алып ныҡлап малсылыҡҡа тотона. Бер нисә баш малдан ғына эш башлаған хужаның көтөүе хәҙер яланда эркелеп йөрөй. Игенселәр ауылы янындағы һөтсөлөк фермаһында 150 баш һыйыр малы аҫрала. Улар араһында “симменталь”, “ҡара-сыбар” һәм “герофорд” тоҡомло мал бар. Шулай уҡ үгеҙ малы ла һимертеүҙә тора. “Электр көтөүсеһе эште ныҡ еңеләйтте, әлбиттә, әммә үҙебеҙҙең көтөүсебеҙ ҙә бар. Ҡышҡы айҙарҙа ла һыйырҙарҙы, быуҙауҙарҙы ла тышта, ялан кәртәлә йөрөтөү яҡлымын. Шунда ҡунып та ҡалалар. Ҡура ишеге һәр ваҡыт асыҡ тора, ныҡ һыуыҡтарҙа ғына унда инәләр. Малға аҙыҡ етерлек булһа, өшөмәй. Аяҡ аҫтындағы түшәлгән һалам ҡоро булырға тейеш. Беҙ бының өсөн һалам ҡулланабыҙ, уны ҡаралтыға төргәкләп килтерәбеҙ, шуға күрә бинала таҙараҡ, тиҙәкте аҙнаһына бер тапҡыр йыйып сығарабыҙ”, – тип һөйләй Рауил Ғәбделхәй улы.
Хужалыҡта игенселек эше лә яйға һалынған. Быйыл 300 гектар майҙанда яҙғы бойҙай, арпа, һоло, шулай уҡ мал аҙығы культуралары, люцерна, күстерә кеүек күп йыллыҡ үләндәр үҫтереп алған Ғафаровтар.
Тырыш һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн фермер бихисап диплом һәм рәхмәт хаттарына лайыҡ булған. Ике йыл элек иһә баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә ҡатнашып, юғары награда менән бүләкләнә. 2022 йылда “Йыл һалым түләүсеһе” ресублика конкурсында икенсе урынды яулай.
Рауил Ғәбделхәй улы төп ярҙамсыһы, терәге, һәр эшенә илһам биреүсе хәләл ефете Айгөл Зөфәр ҡыҙына рәхмәтле. Уның менән һәр эште кәңәшләшеп башҡаралар, ауыр мәлдәрҙе лә бергә күтәрәләр. Айгөл Зөфәр ҡыҙының иңендә – эшселәрҙе тәмле ризыҡтар менән һыйлау бурысы.
Ғафаровтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Айһылыу ғаиләһе менән Яңы Уренгой ҡалаһында йәшәй, Фаил тормош иптәше һәм улы менән – Өфөлә, Динислам Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем ала.
Бер нисә йыл элек Ғафаровтарға дәүләт ярҙамы алып, эштәрен тағы ла киңерәк йәйелдерергә насип була. “Ғаилә фермаһы” программаһында ҡатнашып, 3,5 миллион һумлыҡ грантҡа эйә була улар. Субсидия тирмән алыуға йүнәлтелә. Әлеге ваҡытта хужалыҡта кәбәк һәм ҡарабойҙай оно етештерелә.
– Фермерлыҡ эше күңелемә ята, шуға уның ауырлығы әллә ни һиҙелмәй. Етмәһә, дәүләт яғынан һиҙелерлек ярҙам булғанда, дәртләнеп эшләргә генә ҡала, – ти заман менән бергә атлаған фермер Рауил Ғафаров.
Гөлнара Ғөбәйҙуллина, Ғафури районы хакимиәте башлығының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары
– Беҙҙә йүнселдәр эшмәкәрлегенә иғтибар ҙур. Үҙҙәренең бизнес идеяларын тормошҡа ашырырға теләгәндәр өсөн район хакимиәтендә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтеп тора. Был сарала ҡатнашыу ниәтен белдереп, заманса проекттарын тәҡдим иткәндәр араһында йәштәрҙең күплеге айырыуса һөйөнөслө – улар яҙмышын тыуған районы менән бәйләргә, уны үҫтерергә теләй. Республика етәкселегенең тармаҡҡа ярҙамы районда ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән йүнселдәрҙең эшен тағы ла нығыраҡ әүҙемләштереп ебәрҙе.
Автор фотоһы.