Иҡтисад
22 Октября 2025, 14:40

Туризм һәм ауыл хужалығы тармағы үҫәсәк

Башҡортостан менән Үзбәкстандың Бохара өлкәһе хеҙмәттәшлекте нығыта. 

Туризм һәм ауыл хужалығы тармағы үҫәсәкТуризм һәм ауыл хужалығы тармағы үҫәсәк
Туризм һәм ауыл хужалығы тармағы үҫәсәк

22 октябрҙә Мәскәү өлкәһендә Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәренең II Советы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бохара өлкәһе хокимы Ботир Зарипов менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәк-ара хеҙмәттәшлек перспективалары. Башҡортостан Башлығы тура ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне.

– Беҙ һәр ваҡыт үҙ-ара эш итеү өсөн асыҡ. Бигерәк тә туризм өлкәһендә. Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” республика проекты сиктәрендә пенсионерҙарыбыҙ Бохарала һәм Сәмәрҡәндтә булды, ә республика авиабилеттар хаҡының бер өлөшөн субсидияланы. Әгәр һеҙҙең ярҙамығыҙ булһа, беҙ даими рәүештә ошондай турҙар ойошторорға әҙер, – тине төбәк етәксеһе. Ауыл хужалығы өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек тәҡдим итәбеҙмалсылыҡ һәм үҫемлекселек буйынса берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ер участкалары бирә алабыҙ.

Радий Хәбиров шулай уҡ 2024 йылда асылған Бохара дәүләт техник университетында Евразия НОЦ-ы вәкиллегенең эшен юғары баһаланы. Ботир Зарипов яңы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләне.

– Башҡортостан туристары Бохарала үҙҙәрен уңайлы тойһон өсөн махсус шарттар булдырырға әҙербеҙ. Үҙ сиратыбыҙҙа халҡыбыҙға һеҙҙең республикаға барырға тәҡдим итәбеҙ, – тине Бохара өлкәһе хокимы. – Иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуға килгәндә, һеҙҙең индустриаль майҙансыҡтарығыҙ һәм “Алға” махсус иҡтисади зонаһы беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы. Йәштәр менән эшләүҙә, мәҙәни алмашыуҙа гуманитар өлкәлә лә үҙ-ара эш итеүҙе үҫтерергә тәҡдим итәм.

Бохара өлкәһе хокимы осрашыу йомғаҡтары буйынса берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһын актуалләштерергә тәҡдим итте, шулай уҡ Башҡортостан делегацияһын Бохараға саҡырҙы.

Бохара өлкәһе һәм Ташкент өлкәһе хокимдары менән осрашыуға йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәрен билдәләне.

– Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек тәү сиратта үҙ-ара ышаныс һәм ихтирам нигеҙендә төҙөлә. Үзбәкстан менән яҡшы дуҫбыҙ, һуңғы йылда ғына 20-нән ашыу делегация ҡабул иттек, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Бөтә килешеүҙәрҙе лә юл картаһында теркәйбеҙ һәм уның буйынса артабан барабыҙ. Бергәләп эшләү ике яҡтан да күп энергия һәм билдәле бер ныҡышмалылыҡ талап итә. Һөҙөмтәләр булыуы мөһим. Мәҫәлән, беҙ Ташкент өлкәһе биләмәһендәге индустриаль паркта республикабыҙҙы булдырыу һәм унда ҡатнашыу буйынса бөтә юридик мәсьәләләрҙе үттек, уның өсөн резиденттар таптыҡ. Туризмда ла хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ – тиҙҙән эш сәфәре менән Үзбәкстанға беҙҙең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры киләсәк, уның бурысы – халҡыбыҙ өсөн был матур төбәкте асыу.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас