

22 октябрҙә Мәскәү өлкәһендә Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәренең II Советы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев менән осрашты. Яҡтар төбәк-ара хеҙмәттәшлектең ағымдағы торошон һәм перспективаларын, Башҡортостандың Үзбәкстан төбәктәре менән үҙ-ара эш итеү юл картаһына индерелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе.
Осрашыуҙы асып, Жамшид Ходжаев Башҡортостан менән партнерлыҡтың юғары кимәлен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе тикшерә алыуыбыҙға һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса артабанғы аҙымдарҙы билдәләй алыуыбыҙға шатбыҙ, – тине Жамшид Ходжаев.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, берлектәге эш бөтә төп йүнәлештәр буйынса эҙмә-эҙлекле үҫешә.
– Беҙ эшләгән бөтә нәмә юл картаһында сағылыш таба. Ҡайһы бер башланғыстар буйынса һиҙелерлек һөҙөмтәләр бар. Шул уҡ ваҡытта өҫтәмә динамика бирергә тейешле проекттар ҙа бар, – тине Радий Хәбиров. – Ауыл хужалығы өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙе әүҙемерәк үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Үзбәк эшҡыуарҙары Башҡортостан биләмәһендә йәшелсә үҫтереү һәм малсылыҡты үҫтереү менән ҡыҙыҡһына. Бындай ауыл хужалығы предприятиелары өсөн кәрәкле майҙандар бирергә әҙербеҙ.
Осрашыуҙа гуманитар һәм туристик башланғыстарға айырыуса иғтибар бүленде. Атап әйткәндә, “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһын үҫтереү һәм урта һөнәри белем биреү өлкәһендә үҙ-ара эш итеү тикшерелде. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса яҡтар юл картаһын ғәмәлгә ашырыу өҫтөндә эште дауам итергә, шулай уҡ хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәре буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә һөйләште.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.