

Бөгөн Республика йортонда инвестиция комитетеның “Инвестсәғәт” форматындағы сираттағы ултырышы уҙғарылды, уны Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров алып барҙы.
Ултырышта энергетиканы, спортты һәм ауыл хужалығын үҫтереүгә арналған яңы проекттар ҡаралды.
Тәүге башланғыс 2027 йылға саҡлы Ишембай районында электр генераторы системаларын һәм газлы поршень ҡоролмаларын етештереүгә ҡағыла ине. Инвестпроект тураһында “Гражданлыҡ технологиялары” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары Роберт Нәғимов һөйләне. Был проектта көтөлгән инвестиция күләме – 320 миллион һум, ул шулай уҡ 18 яңы эш урыны булдырасаҡ.
“Һәйбәт проект. Уның һөҙөмтәһендә беҙҙең “Алға” махсус иҡтисади зонаһында яңы резидент барлыҡҡа киләсәк. Уны өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерәйек”, – тине Андрей Назаров.
Сираттағы башланғыс – Өфө районында хоккей әҙерлеге буйынса физкультура-һауыҡтырыу үҙәге төҙөү. Тағы бер проект Салауат районында форель үрсетеү буйынса ферма төҙөүгә ҡағыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.