Иҡтисад
23 Октябрь 2025, 14:50

Яңы туристик объекттар барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса “Алан” һәм “Янбай” компанияларына ҡунаҡхана комплексы һәм глэмпинг төҙөү өсөн ер майҙандары бирелде.

Яңы туристик объекттар барлыҡҡа киләсәкЯңы туристик объекттар барлыҡҡа киләсәк
Яңы туристик объекттар барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса “Алан” һәм “Янбай” компанияларына ҡунаҡхана комплексы һәм глэмпинг төҙөү өсөн ер майҙандары бирелде.

Был компанияларҙың инвестпроекттары өҫтөнлөклө исемлеккә эләкте, был иһә дәүләт ярҙамы алыу, шул иҫәптән ер майҙаны ҡуртымы өсөн ташламалы шарттарға эйә булыу мөмкинлеге бирҙе.

Проекттарҙы тормошҡа ашырыу 277 миллион һум инвестиция йәлеп итәсәк һәм 26 яңы эш урыны булдырасаҡ. “Янбай” глэмпинг-паркы Дыуан районында 2027 йылда, ә ҡунаҡхана комплексы Өфө районының Дорогин ауылында төҙөләсәк.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас