

“Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе биләмәһендә “ТЕРАТЕКС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт профилле дренаж мембранаһы етештереү буйынса яңыртылған линияны файҙаланыуға тапшырҙы.
Был продукция йорт нигеҙҙәрен, түбә япмаларын, ер аҫты ҡоролмаларын гидроизоляциялау өсөн ҡулланыла.
Етештереү линияһы ҡорамалдарын яңыртыуға Рәсәйҙең Сәнәғәтте үҫтереү фонды һәм Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге тырышлығы менән өлгәшелде. Фонд бының өсөн 326 миллион һумлыҡ ташламалы кредит бирҙе. Был аҡса заманса ҡорамалдар алыуға тотонолдо, һөҙөмтәлә етештереүсәнлек артты һәм сифат яҡшырҙы, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренә һәм яҡындағы сит илдәргә продукция оҙатыу күләме лә артты.
Александр ШЕЛЬДЯЕВ,
Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры:
“Предприятиеларға үҙ ваҡытында дәүләт ярҙамы күрһәтеү «ТЕРАТЕКС” кеүек әһәмиәтле сәнғәт проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирә. Сәнәғәтте үҫтереү фонды программалары етештереүҙе яңыртыу эшен тиҙләтергә һәм урындағы компанияларҙың эске һәм тышҡы баҙарҙағы урындарын нығытырға ярҙам итә. Власть менән бизнестың ошондай хеҙмәттәшлеге Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереүҙең нигеҙен билдәләй”.
Фото: БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!