

Баш ҡалабыҙҙа 12 ноябрҙән 14 ноябргә саҡлы Рәсәй сәнәғәт форумы һәм “Машиналар эшләү”, “Металл эшкәртеү”, “Өфөнөң инновация ҡеүәте” махсуслашҡан күргәҙмәләре үткәреләсәк.
“ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексындағы был форумда Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстандан килгән 200 спикер ҡатнашлығындағы 30-ҙан ашыу саралар үтәсәк. Уларҙағы төп йүнәлештәр – “Рәсәйҙә иретеп йәбештереү һәм контроль”, адаптив технологиялар, хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүфһеҙлеге, роботлаштрыу форумдары.
Сара етештереүселәрҙе, ҡорамалдар һәм заманса технологиялар эшләүселәрҙе йыясаҡ. Быйыл Рәсәйҙең 15 төбәгенән 100-гә яҡын сәнәғәт компанияның ҡатнашыуы көтөлә. Традицияға ярашлы, Өфө предприятиеларынң экспозицияһы ла урынлашасаҡ.
Форумды ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, Сәнәғәт, энергеттика һәм инновациялар министрлығы, Өфө ҡала хакимиәте һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы.
ФЕКЕР
Александр ШЕЛЬДЯЕВ,
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, энергеттика һәм инновациялар министры:
“Рәсәй сәнәғәт форумының Өфөлә үткәрелеүе республикабыҙ өсөн дә, бөтә ил өсөн дә мөһим ваҡиға булып тора. Форум ғалимдәр, инженерҙар һәм бизнесмендарҙың тырышлығын берләштерә, юғары технологиялы етештереүҙе һәм алдынғы ысулдарҙы индереүҙе дәртләндерә. Ошондай майҙансыҡтар нигеҙендә ҡаҙаныштарҙы нығыта һәм хеҙмәттәшлекте нығыта алабыҙ.”
Фото: БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!