Иҡтисад
5 Ноябрь 2025, 14:10

Андрей Назаров бизнесты Башҡортостанға инвестицияларға саҡырҙы

Башҡортостан Рәсәйҙең инвестиция картаһында тәҡдимдәр һаны буйынса лидерҙар исемлегендә.

Андрей Назаров бизнесты Башҡортостанға инвестицияларға саҡырҙыАндрей Назаров бизнесты Башҡортостанға инвестицияларға саҡырҙы
Андрей Назаров бизнесты Башҡортостанға инвестицияларға саҡырҙы

 “Беҙ бизнестың республиканың төпкөлөнә үтеп инеүе өсөн күп нәмә эшләйбеҙ. Шуларҙың береһе - инвестиция тәҡдимдәребеҙ. Улар проектты тормошҡа ашырыу өсөн әҙер документтар пакеты булып тора: потенциаль инвестор өсөн бөтә иҫәп-хисаптар эшләнгән, ер участкаларына анализ үткәрелгән һәм хатта ҡорамалдар һәм сеймал буйынса коммерция тәҡдимдәре йыйылған. Мәҫәлән, Бәләбәй районында ҡан алыу өсөн вакуумлы пробиркалар етештереү буйынса комплекс булдырыу тураһында тәҡдим әҙерләнеләр. Был импортты алмаштырыусы проект беҙҙең дауаханаларға бөгөн бик кәрәк. Инвесторға шулай уҡ локаль сеймал һәм дәүләт ярҙамы сараларын алыуҙың ябайлаштырылған тәртибен тәҡдим итәбеҙ.

Бөгөн Башҡортостандан Рәсәйҙең инвестиция картаһында 24 инвестиция тәҡдиме бар. Төбәктәр араһында беҙ лидерҙар иҫәбендә. Планлаштырылған инвестициялар күләме яҡшы - 3 миллиард һумдан ашыу. “Үҫеш корпорацияһына сифатлы эш өсөн рәхмәт белдерәм”, - тип яҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә.

 Барлыҡ тәҡдимдәр менән уларҙың сайтында танышырға мөмкин.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ.

Андрей Назаров бизнесты Башҡортостанға инвестицияларға саҡырҙы
Андрей Назаров бизнесты Башҡортостанға инвестицияларға саҡырҙы
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас