Иҡтисад
6 Ноябрь 2025, 06:05

Ғафури һәм Иглин райондарында ер һатыла

Территорияларҙы үҫтереү буйынса федераль фонд Башҡортостандың Ғафури һәм Иглин райондарында ер участкалары һата. Уларҙың дөйөм майҙаны – 12 мең квадрат метр.

Ғафури һәм Иглин райондарында ер һатылаҒафури һәм Иглин райондарында ер һатыла
Ғафури һәм Иглин райондарында ер һатыла

Ер майҙандары ҙур административ үҙәктәрҙә урынлашҡан – өсәүһе Иглин һәм береһе Красноусол ҡасабаларында. Уларға социаль инфраструктура ла яҡын. Һатыуға ҡуйылған биләмәләрҙә банкрот тип танылған төҙөлөш ойошмаһының тамамланмаған объекттары бар. Территорияларҙы үҫтереү фондының күҙәтеү советы ҡарары менән был объекттарҙағы алданған өлөшсөләрҙең барыһына ла аҡса түләнгән.

Ерҙе һатыу буйынса аукцион “Росэлторг” һәм  “Сбербанк-АСТ” майҙансыҡтарында үткәрелә. Был туралағы мәғлүмәтте Фондтың сайтында ентекләберәк белергә мөмкин.

ФЕКЕР

Артем КОВШОВ,

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы:

- Был ер биләмәләрен Фонд зыян күргән өлөшсөләр хоҡуҡтарын хәл итеү маҡсатында аҡсалата компенсация урынына алмашҡа бирә. Рөхсәт биреү документтарына ярашлы, яңы инвестор ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ошо ер майҙандарында күп фатирлы йорттар төҙөй һәм участкаларҙы һата ала.

Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас