

”Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө лидерҙары – 2025” йыллыҡ премияһы финалсыларын һайлау буйынса йомғаҡлау туры үткәрелде.
Был исемлеккә иң яҡшы торлаҡ комплекстары исеме өсөн көрәшәсәк төрлө категориялағы 30 проект индерелде. Төҙөүсе-инвесторҙарҙы һәм уларҙың флагман проекттарын билдәләйәсәк һөнәри премия былтыр булдырылғайны.
Быйыл анкеталар ҡабул итеү йомғаҡтарына ярашлы, төп йүнәлештәр буйынса 16 номинация һәм алты махсус номинация бар. Ғаризалар һаны буйынса лидерҙар – “КРТ концепцияһы”, “Иң яҡшы ғаилә торлаҡ комплексы” һәм “Комфорт-класлы иң яҡшы торлак комплексы” категориялары. Номинанттар проекттың яңылығы, төҙөкләндереү концепцияһы, архитектура, планлы ҡарар факторҙары буйынса баһаланды.
Артабанғы этап – финалда тауыш биреү. Унда компаниялар үҙ проекттарын яҡлап сығыш яһаясаҡ. Ул 11-12 ноябрҙә Өфө ҡала хакимиәтенең Ситуациялар үҙәгендә үткәреләсәк.
ФЕКЕР
Адель СӘЙФУЛЛИНА,
Башҡортостанңы Төҙөүселәр ассоциацияһының башҡарма директоры:
“Был премияла ҡатнашыу – үҙең тураһында белдереү, эшеңде күрһәтеү, иң яҡшы ғәмәлдәр менән уртаҡлашыу һәм индустрия һөнөрмәндәре яғыан танылыу алыу өсөн бик һәйбәт мөмкинлек.
Республикала бөгөн төҙөклөндерелгән ихаталары, балалар уйыны майҙансыҡтары, заманса подъездары, ял өсөн инфарструктураһы булған ысын мәғәнәһендәге уңайлы торлаҡ төҙөлә. Төҙөүселәргә ғорурланырлыҡ объекттар бар һәм был премия етди лидерҙарҙы асыҡларға ярҙам итә.
Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!