Иҡтисад
12 Ноябрь 2025, 12:00

"Эш юҡ" тип зарланыу оят

Эшҡыуарҙар Радий Хәбировҡа үтенесен белдереү мөмкинлегенә эйә

"Эш юҡ" тип зарланыу оят"Эш юҡ" тип зарланыу оят
"Эш юҡ" тип зарланыу оят

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика йортонда  "Инвестиция сәғәте"н даими уҙғара. Асыҡ һөйләшеүгә власть вәкилдәренән тыш эшҡыуарҙар ҙа саҡырыла. Унда Радий Фәрит улына иҡтисадтың төрлө тармағы буйынса һәм социаль өлкә йәһәтенән өр-яңы проекттар тәҡдим итәләр, ҡыҫҡаһы, фекер алышыуға төрлө йүнәлештә бик күп мәсьәләләр сығарыла. Юл буйы сервисы, сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, туризм, социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, агросәнәғәт комплексы һәм башҡа өлкәләге шәп башланғыстар – шуға асыҡ миҫал.

Республика етәксеһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтә күрһәткестәр ҙә төбәк иҡтисадының үҫеш динамикаһын туранан-тура сағылдыра. Әйтәйек, бизнестың эше яҡшы ойошторолған, йүнселдәр халыҡҡа кәрәкле тауар етештерә, кешеләргә төрлө йүнәлештә хеҙмәттәр күрһәтелә. 

– Эш асам тигән уңғанға, кешеләргә эш урындары булдырған сәмселдәргә нисек булышлыҡ итмәҫкә, әлбиттә, был мәсьәлә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, бизнестың өр-яңы битен асыусыларҙы ла, эшҡыуарлыҡ тигән юлдан эре аҙымдар менән атлаусыларҙы ла, проект йәки идея менән яныусыларҙы ла ярҙамдан өҙмәйбеҙ, – тине сираттағы ултырышта Радий Хәбиров.

Октябрь аҙаҡтарында үткәрелгән "Инвестиция сәғәте"ндә ниндәй мәсьәләләр ҡаралыуы гәзит уҡыусыларға ла файҙалы булыр. Хәйер, ул көндө лә иҡтисади башланғыстарға бәйле өр-яңы проекттар ҡаралды. Медицина материалдары һәм химия сырьеһы етештереү, электр заряды һәм газ тултырыу станцияһы төҙөү – шуның асыҡ дәлиле.

Мәҫәлән, "ИнвестПроект" компанияһы Өфө ҡалаһында медицина өсөн кәрәкле материалдар етештереү буйынса завод төҙөргә уйлай. Башта спиртҡа манылған салфеткалар һәм стерилләү өсөн пакеттар сығарыласаҡ. Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, технологик ҡоролмаға заказ бирелгән, шул уҡ ваҡытта бина ла төҙөлә. Инвестицияның дөйөм күләме – 250 миллион һум. Предприятиела бөтәһе 40-тан ашыу белгес хеҙмәт күрһәтәсәк. Эшҡыуарҙы диҡҡәт менән тыңлағандан һуң, әлбиттә, ярҙам йөҙөнән, был проектҡа өҫтөнлөклө тигән статус бирелгән, шул уҡ ваҡытта, уға һалым ташламалары ла ҡаралған.

Тағы ла бер проект тураһында бер кәлимә һүҙ. "УфаСтройЮрист" асыҡ акционерҙар йәмғиәте Өфө янында, дөрөҫөрәге, Зубов ауылы эргәһендә, күп функциялы комплекс (электр заряды станцияһы, аҙыҡ-түлек һәм хужалыҡ тауарҙары магазины, шулай уҡ кешеләргә көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү пункты) төҙөүҙе планлаштыра. Унда 50-нән ашыу кешегә эш урынының булдырылыуы күҙ уңында тотола. Инвестиция күләме – 235 миллион һум. Комплекс өсөн майҙансыҡ һайланған, сауҙалашмайынса ҡуртым документтарын йыйыуҙы дәүләт ярҙамы тип аңларға кәрәк.

Хәҙер иһә баш ҡалабыҙҙан ситкәрәк күсәйек. "ДоГа" финанстар төркөмө Стәрлетамаҡ районында импортҡа алмашҡа анилин етештерергә уйлай. Ул "Яңы материалдар һәм химия" милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, бөгөн Рәсәйҙә анилин бөтөнләй етештерелмәй. "Анилимпром" заводына инвестициялар күләме 15 миллиард һум тирәһе тәшкил итә. Компания "Алға" айырым иҡтисади зонаһының резиденты буласаҡ, унда иһә 100-ҙән ашыу кеше эшләйәсәк. Заводтың ҡеүәте – йылына 60 мең тонна анилин етештереү. Сырьены иһә "Газпром нефтехим Салауат" предприятиеһынан алырға уйлайҙар. Әҙер продукцияны полуретан һәм бензинға присадка етештереү өсөн файҙаланасаҡтар, бынан тыш резина-техник изделиелар эшләгәндә лә уны ҡушасаҡтар.

"Башметан" асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге, ул – инвестор, Дәүләкәндә АГНКС (автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһы) төҙөүҙе эш планына индергән. Компания быға хәтлем, тотош республика буйынса, дүрт газ тултырыу станцияһы төҙөгән дә инде. Быға 50 миллион һум аҡса йүнәлтергә уйлай. Инвестор иһә сауҙаға инмәйенсә, ташламалы ер участкаһын биреүҙәрен һорай.

Ысынлап та, Радий Хәбиров власҡа килеү менән төбәккә инвесторҙарҙы күпләп йәлеп итеүгә ныҡлап тотондо, уны республика етәксеһенең кешеләр мәнфәғәтендә эш итеүе тип аңлау мөһим.

Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, "Инвестиция сәғәте" форматындағы кәңәшмәләр – инвесторҙар менән тығыҙ бәйләнештәр булдырыу һәм мәсьәләне тиҙ ҡабул итеү йәһәтенән уңайлы инструмент.

– "Инвестиция сәғәте" – үҙ сиратында, бизнес менән власть араһына һалынған ышаныслы күпер, – тине Радий Фәрит улы йөҙөнсө юбилей кәңәшмәһендә. – Эшҡыуарҙар менән ныҡлы бәйләнеш ептәре булдырыусыларҙың барыһына ла рәхмәтлемен. Был – ифрат ҡатмарлы һәм ауыр эш, әммә төбәк иҡтисадын юғары күтәреүҙә уның емештәрен күреү, граждандарҙың тормошон еңеләйтеүгә булышлыҡ итеү шул хәтлем ҡыуаныслы.

Киңәйтелгән ултырыштарҙа эшҡыуарҙар, төрлө аңлашылмаған бюрократ кәртәләрен урап үтеп, Радий Хәбировҡа туранан-тура үтенесен белдереү мөмкинлегенә эйә. Инвестиция сәғәттәренең власть менән бизнес өсөн уңайлы диалог ролен үтәүен дә онотмайыҡ. Үҙ сиратында, ул төбәккә капитал һалыуға ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, артабан инде өр-яңы эш урындарына юлдар асыла. Эшһеҙлек күҙгә күренеп кәмей һәм социаль-иҡтисади хәл шаҡтай яҡшыра. Бындағы кәңәшмәнән һуң инвестиция проекттарын ҡарауҙың ваҡыты ҡыҫҡара, дәүләт ярҙамы арта. Бары тик шундай эш алымы айҡанлы, республикабыҙ, инвестиция мөхите  исемлегенең уртаһында торғандан һуң, хәҙер иһә Стратегик  башланғыстар агентлығы рейтингында лидер ролен үтәй.

Башҡортостандың Инвестиция комитеты "инвестиция сәғәт"е тәртибендә бик күп ултырыш уҙғарған. Унда 740 инвестиция проекты ҡаралған ( 2019 – 2025 йылдар), дөйөм инвестициялар күләме 1 291,2 миллиард һум тәшкил иткән, 93,127 кеше яңы эш урыны менән тәьмин ителгән. 

Республикабыҙҙағы өҫтөнлөклө инвестиция проекттары түбәндәгеләр:  2025 йылдың 1 июленә исемлеккә 384 инвестиция проекты индерелгән, планлаштырылған инвестициялар күләме – 874,8 миллиард һум, 29,9 мең кеше үҙенә өр-яңы эш урыны тапҡан.

2019 – 2025 йылдарҙа һуҙымында телгә алынған ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн инвесторҙар 516,0 миллиард һум аҡса йүнәлткән һәм 10,6 кешегә яңы эш урыны булдырылған.

Әйтәйек, 2019 – 2025 йылдарҙы күҙ уңында тотҡанда, өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыусы уңғандарға 27,2 миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән, шул иҫәптән, 23 миллиард һумлыҡ һалым ташламаһы билдәләнгән. Шулай уҡ 1,7 миллиард һумлыҡ инвестиция һалымы ҡайтармаһы, 1,6 миллиард һумлыҡ инженерлыҡ инфраструктураһы төҙөлөшө өсөн түләүҙәрҙе ҡайтарыу, ҡоролма һатып алғаны өсөн – 0,5 миллиард һумлыҡ, субсидия, агросәнәғәт комплексы объектын яңыртыуға 0,35 миллиард һумлыҡ субсидия бирелеү – шуға асыҡ дәлил. 

Аныҡ миҫалдар нимә тураһында һөйләй? 2024 – 2025 йылдар арауығында түбәндәге инвестиция проекттары уңышлы тормош ашырылған:  "Урожай ауыл хужалығы предприятиеһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҫемлекселек тармағын (инвестиция күләме – 3,9 миллиард һум) хәстәрләгән, "Фармленд" акционерҙар йәмғиәте "Фармленд-Терминал 1" логистика комплексын ( 1,2 миллиард һум) төҙөгән, "АМКОДОР–АҒИҘЕЛ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте урып йыйыу эштәренән һуң игенде эшкәртеү ҡоролмаһын (1,1 миллиард һум) ҡорған, "Урожай" һөтсөлөк фермаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Ауырғазы районының Ишле ауылында малсылыҡ комплексын (4,3 миллиард һум) ҡалҡытҡан, ә "ПромЦентр" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яңы ерҙәрҙе лә ҡушып, индустриаль парк (1,4 миллиард һум) сиктәрен киңәйткән. Ҡыҫҡаһы, бик күп изге уй-маҡсаттар уңышлы бойомға ашырылған.

Киләсәктә ниҙәр көтөлә? Тиҙҙән "Турбаҫлы бройлерҙары" акционерҙар йәмғиәте бройлерҙар йүнәлешендә предприятиены (инвестиция күләме – 8,5 миллиард һум) реконструкциялаясаҡ, "Башнефть-Добыча" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яңыртып ҡороу (3,2 миллиард һум) эштәрен тамамларға уйлай, "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы акционерҙар йәмғиәте "Башнефть" йәмғиәтендә резерв технологик линияны (3,0 миллиард һум) һаласаҡ, "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты" акционерҙар йәмғиәте Учалылағы сәнәғәт предприятиеларынан ағып төшкән һыуҙы таҙартыу ҡоролмаһының (2,0 миллиард һум) икенсе сиратын төҙөргә ниәт иткән, ә "Стройтех" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара "Өфө" аэропортында ҡунаҡхана (1,5 миллиард һум) төҙөүҙе тамамлар тип көтөлә.

Шуны ла өҫтәү мөһим, 2023 йылда Радий Фәрит улының бойороғо нигеҙендә, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыусы инвесторҙарға дәүләт ярҙамын күрһәтеү ябайлаштырылды.

Дөйөмләштереп әйткәндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән тормошҡа ашырылған һәр проект уңышлы тип табыла, үҙ сиратында, республикабыҙ йылдан-йыл төҙөкләнә һәм күркәмләнә.  Ғөмүмән, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2018 йылдан алып бөтәһе 181 "Инвестиция сәғәте"н үткәргән. Һөйләшеүҙә 1,3 триллион һумлыҡ йәмғеһе 760 проект тикшерелгән. 405-е тиҙҙән хәл ителәсәк.

 

Фото: Башинформ.

 

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, риҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов:

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан үткәрелгән "инвестиция сәғәт"енең кимәле һәр ваҡыт юғары. Радий Фәрит улының бизнес тураһында эшлекле тәҡдимдәрен еткереүе, эшҡыуарҙарҙы ентекле тыңлауы, йүнселдәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалыуы – һәр йәһәттән дә отошло.

Төрлө ҡатмарлы осорҙар булыуына ҡарамаҫтан, айырыуса ковид пандемияһы, санкцияларға бәйле баҫым күҙ уңында тотола, республика етәкселегенең иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин итеү, йәһәтенән, тармаҡҡа йән өрөү буйынса эш тәжрибәһе етерлек.

Төп бурыстарҙың береһе – халыҡтың йәшәйешендә еңеллек һәм уңайлыҡтар тыуҙырыу, кешеләргә яңы эш урындары булдырыу, уңғандарға ярҙам күрһәтеү, инвесторҙар менән үҙ-ара аңлашып хеҙмәттәшлек итеү.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас