Иҡтисад
12 Ноябрь 2025, 08:30

Әле лә шул ҡағиҙә ғәмәлдә: барыһын да кадрҙар хәл итә

Өфөлә юғары уҡыу йорттары кампусында йыл һайын уҙғарыла килгән “Төҙөлөш тармағында кадрҙар потенциалы” тигән форум үткәрелеүе тураһында ҡыҫҡаса хәбәр иткәйнек инде.  Был сара эшҡыуарлыҡ, власть органдары һәм һөнәри уҡыу йорттары вәкилдәрен бер майҙансыҡҡа йыйҙы. Бөтә Рәсәй йыйыны ниндәй мәсьәләлрҙе тикшерҙе һәм киләсәккә ниндәй ҡарарҙар ҡабул итте?

Әле лә шул ҡағиҙә ғәмәлдә: барыһын да кадрҙар хәл итәӘле лә шул ҡағиҙә ғәмәлдә: барыһын да кадрҙар хәл итә
Әле лә шул ҡағиҙә ғәмәлдә: барыһын да кадрҙар хәл итә

Өфөлә юғары уҡыу йорттары кампусында йыл да уҙғарыла килгән “Төҙөлөш тармағында кадрҙар потенциалы” тигән форум үткәрелеүе тураһында ҡыҫҡаса хәбәр иткәйнек инде.  Был сара эшҡыуарлыҡ, власть органдары һәм һөнәри уҡыу йорттары вәкилдәрен бер майҙансыҡҡа йыйҙы. Бөтә Рәсәй йыйыны ниндәй мәсьәләләрҙе тикшерҙе һәм киләсәккә ниндәй ҡарарҙар ҡабул итте?

Дәртләндереү саралары – мотлаҡ

Өфө, Мәскәү, Ҡазан, Силәбе, Һамар һәм башҡа ҡалаларҙан белгестәр тупланған форумды Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитетура министрлығы, “Башҡортостан төҙөүселәре” ассоциацияһы ойошторҙо.

– Төҙөлөш тармағын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү – беренсе дәрәжәләге мәсьәлә, – ти республиканың төҙөлөш һәм архитетура министры урынбаҫары Сыңғыҙ Хәсәнов. – Ошоно иҫәпкә алғанда, форумды үткәреү урынының уңышлы һайланыуын аңлау ҡыйын түгел. Кампус үҙ-ара хеҙмәттәшлек өсөн бер үк биләмәлә компетенциялар һәм коммуникациялар туплау ынтылышында барлыҡ шарттар тыуҙырылған  уңайлы майҙансыҡ булып тора.

Пленар ултырышта белгестәр һәм фән эшмәкәрҙәре Башҡортостандың төҙөлөш тармағындағы кадрҙарға ихтыяж проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын, тармаҡтағы төрлө һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү механизмын тикшерҙе. Эҙләнеүселәр һәм проектлаусыларҙың милли берләшмәһе етәксеһе Надежда Прокопьева Төҙөлөш өсөн кадрҙар әҙерләү концепцияһы тураһында һөйләһә, Һамар ҡалаһынан “СредВолгоСрой” берекмәһенең генераль директоры Светлана Демьянова “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы, “Төҙөлөш һәм юл хужалығы” белем биреү-етештереү кластерын ойоштороу буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Ә Башҡортостанда нисек? Республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәктә төҙөлөш тармағы һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн белгестәр әҙерләү менән 33 колледж, бер юғары уҡыу йорто һәм уның ике филиалы шөғөлләнә. Өфө нефть университетының үҫеш программаһы етәксеһе Дмитрий Кузнецов юғары уҡыу йортонда төҙөлөш тармағы өсөн кадрҙарҙы “мәктәптән алып юғары уҡыу йортонан һуң ярҙам итеү” тәжрибәһе менән таныштырҙы. Уның сығышы форумға йыйылғандарҙа ошондай фекерҙе нығытты: кадрҙарҙы үҫтереү өсөн был эшкә инвестициялар йәлеп итергә, балаларҙы һөнөргә ынтылышлы итеп мәктәптән һәм студент эскәмйәһенән үк тәрбиәләргә, белгестәр бөгөнгө хеҙмәт урынын ташлап китмәһен өсөн уларға ярҙам һәм дәртләндереү сараларын ҡулланырға кәрәк.

Форумда республиканың төҙөлөш һөнөрҙәре әҙерләүҙә ҡатнашҡан колледждар үҙ экспозицияларын ойошторғайны. Уларҙа сарала ҡатнашыусылар был уҡыу йорттарының эшмәкәрлеге менән танышыу һәм төҙөлөш белгестәре әҙерләгән вәкилдәр менән аралашыу мөмкинлеге алды.

 

Яңы программалар әҙерләнә

Рәсәй Хөкүмәте төҙөлөш тармағында һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексында кадрҙарҙы үҫтереү концепцияһын ҡабул итте. Документ “Кадрҙар” милли проекты талаптарына ярашлы эшләнгән һәм юғары уҡыу йорттарына, колледждарға ошо өлкәләге белгестәрҙе яңы программалар буйынса әҙерләүҙә ярҙам итеү маҡсатын ҡуя. Был концепция Алыҫ Көнсығыш төбәктәре өсөн айырыуса әһәмиәтле, сөнки был яҡтарҙы үҫтереү өсөн кадрҙарға ҡытлыҡ ҙур.

Шул уҡ ваҡытта концепция етди проблеманы ла билдәләне: эш ҡулдары етешмәү менән бергә төҙөлөштә һәм торлаҡ-коммуналь хужалығында кадрҙарҙың ярайһы уҡ ҡартайыуы ла күҙәтелә: бөгөн тармаҡта эшләгән 500 меңдән ашыу кешенең һигеҙ проценты самаһы 55 йәштән олораҡ кешеләр, сөнки йәш белгестәр килмәй, был өлкәлә һөнәри күсәгилешлектең юғалыу ихтималы арта.

Был концепция һәм Рәсәй Хөкүмәтенең башҡа документтары уҡытыу программаһын заман талаптарына ярашлы яңыртыуҙы ла күҙ уңында тота. Был программала, тәбиғи, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, эш биреүселәрҙе һәм белгес-практиктарҙы уҡыу-уҡытыу процесына йәлеп итеү, әүҙем кадр резервы  булдырыу маҡсаттары ла ҡуйыла. Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин уҡыуы әлегә тамамланмаған студенттарҙы эш мөхитенә йәлеп итеү буйынса методика әҙерләргә ҡушты. Педагогтар һәм медиктар буйынса, мәҫәлән, Рәсәйҙә бындай тәжрибә бар.

 

Компаниялар риза булырмы?

Властар иҫәп тотоуынса, ҙур компаниялар үҙҙәренең юғары квалификациялы белгестәрен, төп эштәренән айырылмай ғына, уҡыу йорттарында студенттарға белем биреү өсөн дә йүнәлтәсәк. Ә студенттар уларҙың дәрестәрендә лә була ала һәм бер юлы төҙөлөш компанияһында эшләү мөмкинлеге лә ала. Дөрөҫ, был маҡсаттарҙың тормошҡа ашырыласағына шикләнеп ҡараусылар ҙа бар. Ә эш биреүселәр студенттарҙы үҙенә эшкә алырға риза булырмы? Белгестәренең уҡыу йортона барып йөрөүенә ҡаршы килмәҫме? Был бит, ни тиһәң дә, төп эшкә аҙмы-күпме зыян килтерәсәк. Күп миллион һумдарҙан торған ҙур объектты һалыу менән мәшғүл булған компаниялар уҡытыу эшен дә үҙ өҫтөнә алырмы? Лектор-инженерҙарға кем һәм күпме түләйәсәк?

Хөкүмәт планлаштырыуынса, концепцияны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә төҙөлөш тармағында эшләгәндәр һаны 2024 йылдағы 6,5 миллион кешенән 2030 йылға 6,8 миллионға етәсәк, ә 2035 йылға төҙөүселәр армияһы 7,3 миллион тәшкил итер тип күҙаллана. Был күрһәткестәрҙең барыһына ла шәхси төҙөлөш фирмалары менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә ирешелер тип иҫәпләнелә.

“Эйе, компаниялар яңы эш көсө килеүе менән ҡыҙыҡһына һәм был тәбиғи, ләкин улар үҙҙәрендәге вакансияларға тәүге сиратта тәжрибәле белгестәрҙе эҙләйәсәк (ә студенттар араһында ундайҙар юҡ), ә түбән квалификациялы һәм аҙ хеҙмәт хаҡы түләнгән урындарға мигранттарҙы алырға ынтыласаҡ”, ти эксперттар.

– Концепцияға һалынған маҡсаттар һәйбәт һәм, минең фекеремсә, улар уңышлы тормошҡа ашарылһын өсөн бер шарт булырға тейеш – ил иҡтисадында дәүләт һәм муниципаль милеккә ҡараған төҙөлөш предприятиелары һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары кәрәк, – ти юридик фәндәр докторы, Балтика федераль университеты доценты Елена Бутаева. – Ундайҙар иҫәбенә, мәҫәлән, “Дальспецстрой”ҙы – дәүләт төҙөлөш компанияһын индерергә мөмкин, ул баҙарҙы торлаҡ биналары, юлдар һәм башҡа ҡатмарлы объекттар менән тулыландыра ине, хәҙер ул ойошма юҡ. Дәүләт һәм муниципаль предприятиелары – төҙөлөш фирмалары һәм идарасы компаниялары ла – шундай эшмәкәрлекте уңышлы алып бара алыр ине. Дәүләт предприятиелары төҙөһә, муниципаль милектә булғандары бәләкәй объекттарҙы һалырға мөмкин. Субсидияны хосуси милектәге төҙөүселәргә биргәнсе, дәүләт ҡаҙна аҡсаһы менән төҙөлөш тармағында табыш алыр ине. Бөгөн иһә торлаҡ-коммуналь хужалығындағы муниципаль ойошмалар фәҡәт ихаталарҙы төҙөкләндереү һәм таҙартыу менән шөғөлләнә, ә был эш табыш бирмәй, сығымдар ғына талап итә.

Көнәркәшлекте үҫтереү буйынса милли план ҡуйған маҡсаттарҙың береһе – дәүләттең иҡтисади көйләү сараларын иҡтисади дәртләндереү сараларына алмаштырыу, хосуси ойошмаларҙы баҙар иҡтисадына күберәк йәлеп итеү. Планға ярашлы, баҙарҙағы төҙөлөш эштәре күләмәнең кәмендә 91 проценты хосуси компанияларға тура килергә тейешле.  Төҙөлөш тармағының дәүләткә ҡараған ойошмалары йә ябылды, йә үҙгәртеп ҡоролдо. Елена Бутаева һәм башҡа эксперттар фекеренсә, дәүләткә ҡарамаған ойошмалар өсөн кадрҙар әҙерләү, уларҙы техникум һәм колледждарҙа уҡытҡандан һуң шундай ойошмалар ҡулына тапшырыу дәүләт өсөн һис тә отошло түгел. Был иһә төҙөлөш тармағы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн кадрҙар әҙерләү концепцияһының үҙ маҡсаттарына ирешә алыуында шик тыуҙыра, сөнки хосуси компаниялар алдына кисәге студенттарҙы мотлаҡ эшкә ҡабул итеү бурысы ҡуйылмаған.

Әлеге ваҡытта Рәсәй Хөкүмәте һөнәри уҡыу йорттарына инергә теләгәндәр өсөн маҡсатлы килешеүҙәр булдырырға ҡушты. Әммә уның өсөн төҙөлөштә дәүләт һәм муниципаль милеккә ҡараған ойошмалар булдырырға һәм уларҙы кадрҙар әҙерләү эшендә ҡатнашыу бурысы ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Маҡсатлы килешеү нигеҙендә уҡырға ингәндәр артабан ошо ойошмаға эшкә килергә, килешеүҙә ҡаралған ваҡытты (йәғни дәүләт улар өсөн түләгән аҡсаны) тап шунда эшләп үткәрергә тейеш буласаҡ.

 

ФЕКЕР

Динә САФИУЛЛИНА,

Рәсәй Төҙөлөш министрлығының Проекттар дирекцияһы етәксеһе:

– Быйылғы тәүге туғыҙ айҙа Рәсәйҙә торлаҡҡа ҡарамаған 25,8 миллион квадрат метр биналар файҙаланыуға тапшырылды. Был үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 14,4 процентҡа күберәк. Сафҡа индерелгән ошо биналар майҙаны буйынса беренсе урынды Волга буйы федераль округы биләй – бында 4,6 миллион квадрат метр төҙөлгән, йәғни ил буйынса дөйөм күрһәткестең 17,8 процентын тәшкил итә.

Ошо уҡ осорҙа торлаҡҡа ҡарамаған яңы объекттар төҙөй башлауға 19 081  рөхсәт бирелгән. Был документтарҙың күпселеге – 6 693 данаһы – коммерция менән бәйле биналарға тура килә. Ә төҙөлөш майҙаны буйынса иң ҙуры – сәнәғәт тармаҡтары биналарына тура килә: 13,9 миллион квадрат метр. Иң аҙ рөхсәт ҡағыҙҙары һаулыҡ һаҡлау тармағында – 14 бина ғына төҙөлә башлаған. 

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас