

– Эх, ямғыр һибәләй бит, көнбағышты серетерме икән, сифаты нисек булыр... – Альберт Фәнит улы, борсолоп, күккә ҡараны.
– Көнбағыш өйөмө ни һеҙҙең элеваторҙа ҡыйыҡ аҫтында ғына ята бит... – тип аптырайым.
– Юҡ, мин баҫыуҙағын әйтәм, – ти элеватор директоры. – Ә былары беҙҙә, өйгә ҡайтып еткән.
Беҙ Альберт Фәттәхов менән Шишмә элеваторы ихатаһы буйлап атлайбыҙ. Көҙгө уңыштың мул булыуын, элеваторҙа эш ҡайнауын бындағы һәр бинаға ҡарап төҫмөрләргә һәм күрергә мөмкин.
– Ә бит 2015 – 2016 йылдарҙа элеваторҙар һәм ауыл хужалығы етештереү менән бәйле бөтә техник хеҙмәтләндереү предприятиелары бик ауыр финанс хәлендә ине, – тип хәтерләй Башҡортостандың “Үҙәк” машина-технология станцияһы директоры Илдар Насиров.
Илдар Һәүбән улы әйтеүенсә, предприятие составына ун филиал инә: Бөрө, Дыуан, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Туймазы, Саҡмағош, Элеватор, Ремонт-техник оҫтаханаһы. Уларҙың тәүге һигеҙе үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһы етештереү, хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә. Оҫтахана, исеменән үк күренеүенсә, МТС техникаһын ремонтлау, уға деталдәр етештереү менән мәшғүл. Шишмә элеваторы ла – ошо МТС-тың филиалы, ул үҙе дүрт бүлексәнән – Шишмә, Бөрө, Дыуан һәм Стәрлебаш элеваторҙарынан тора.
Эйе, бер нисә йыл элек был һәм башҡа ҡайһы бер тармаҡтарҙың предприятиелары ауыр хәлдә ине. Шуға күрә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән бөлгөнлөк сигендә торған коллективтарҙы ҡотҡарыу, тотороҡло эшләүгә күсереү процесы башланды.
Бында халыҡ араһында иң ҙур билдәлелек алғаны, моғайын, “Башавтотранс” предприятиеһы булғандыр. Радий Фәрит улы социаль селтәрҙә яҙғанса, Өфөгә эшкә күскәс тә уны “бысраҡ һәм йышылып бөткән автобустар, шоферҙарҙың тупаҫлығы, йәмәғәт транспортын үҙ ҡулында тоторға тырышҡан төркөмдәрҙең үҙ-ара һыйышмауы” аптыратҡан. Ошо проблема тураһынла бик күптәр яҙа ине, минең туған-тыумаса һәм таныштар ҙа был хаҡта йыш телгә алды, ти республика етәксеһе.
Бер йыл эсендә йәмәғәт транспортында байтаҡ нәмә яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе: “Башавтотранс” бөлгөнлөккә төшөүҙән ҡотҡарылды, күп автобус һатып алынды, легаль булмаған ташыусылар китте, “Алға” картаһы индерелде, ҡалалар һәм район үҙәктәре араһындағы хәрәкәт тәртипкә һалынды, шәхси ташыусыларҙың эшмәкәрлегенә контроль булдырылды һәм башҡалар. “Былар барыһы ла “ҡара ҡулаҡса” ағымын булдырырға һм файҙаланырға тырышҡан криминаль элементтарҙың “шыңшыуы” аҫтында барҙы. Башҡарылған саралар менән мин тулыһынса риза түгел, был йүнәлештә башҡараһы эштәр бар әле”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Ә Башҡортостандың “Үҙәк” машина-технология станцияһы бөгөн нисек эшләй?
Быйыл “Үҙәк” станция коллективы бер миллиард һум керем алыуҙы планлаштыра. “Бөгөн эштең нисек барыуына ҡарағанда, был бурысҡа өлгәшеү мөмкинлеге ҙур”, – ти директор. Коллективта мең ярымдан ашыу кеше эшләй – механизаторҙар, малсылар һәм башҡа белгестәр.
– Предприятиены бөлгөнлөктән сығарыу процесы нисек барҙы? – тип һорайым етәксенән.
– Был осраҡта ниндәйҙер берҙәм рецепт юҡ һәм булыуы ла мөмкин түгелдер – һәр предприятие үҙенсә ҡоролған, үҙенә генә хас сифаттар, технологиялар буйынса эшләй бит, – ти Илдар Һәүбән улы. – Һәр предприятиеға ҡарата айырым ысул ҡулланылырға, уның үҙенсәлектәренә, проблематикаһына төшөнөргә кәрәк. Радий Фәрит улы вазифаһын башҡарыуға тотонғас та дәүләт предприятиеларын һаҡлап ҡалыу бурысы ҡуйылды. Бының өсөн уларҙың һәр береһенең хәлен анализларға кәрәк ине. Беҙ ошо эште блоктар буйынса башҡарҙыҡ – тәүге сиратта предприятиеның бюджетын дөрөҫ төҙөргә, бурыстарҙы, сығымдарҙы аныҡ билдәләргә һәм ошо сиктәрҙән сыҡмаҫҡа ынтылдыҡ. Бөгөн дә шулай дауам итә.
Директор аңлатҡанса, был эш әле лә блоктар буйынса бара. Үҫемлекселек тармағын алып ҡарайыҡ: унда баҙарҙа ниндәй продукция кәрәк булыуы һәм уларға ихтыяждың нисек үҙгәреп тороуы күҙ уңында тотола, теге йәки был культуранан ниндәй табыш алып буласағы алдан иҫәпләнә, тармаҡты анализлауға ғалим-аграрийҙар йәлеп ителә, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән дә даими бәйләнеш тоталар. Үҫемлекселек, орлоҡсолоҡ буйынса белгестәр ҙә, тәбиғи, ситтә ҡалмай. Һөҙөмтәлә эштең структураһы, ашламаларҙы дөрөҫ файҙаланыу һәм башҡа үлсәмдәр буйынса аныҡ бурыстар ҡуйыла. Бының көтөлгән һөҙөмтәне бирмәй ҡалғаны юҡ – уңыш та, уның сифаты ла, табыш та планлаштырылғанса була.
– Әлбиттә, бөтә ошо осорҙа беҙ сығымдарға, сифатҡа ныҡлы контроль булдырҙыҡ, – ти МТС директоры. – Барлыҡ техника навигация ҡорамалдары менән тәьмин ителгән: уның ярҙамында беҙ һәр техниканың ҡайҙа булыуын, нимә менән мәшғүл икәнлеген, күпме эш күләме башҡарылыуын белеп торабыҙ. Шул нигеҙҙә күпме яғыулыҡ киткәнен дә, километражды ла аныҡ иҫәпләп бара алабыҙ һәм ошо эште башҡарған кешеләребеҙгә нисә һум хеҙмәт хаҡы биреләсәге лә билдәле була. Был иһә барыбыҙҙы ла тәртипкә өйрәтә, элекке һымаҡ эште күҙ менән самалап ҡарап ҡына билдәләү бөттө хәҙер. Диспетчерлыҡ хеҙмәте барыһын да күреп, теркәп тора.
Баҙарҙағы көнәркәшлек культураларҙың юғары уңыш биреүгә һәләтле сорттарын үҫтерергә мәжбүр итә. Ужым бойҙайы, арыш, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, рапс һәм башҡа культуралар етештерелә МТС коллективтарында.
Бер нисә йыл элек, ауыл хужалығын хеҙмәтләндереү тармағы предприятиелары бер-бер артлы “банкрот” тип иғлан ителә башлағас та, Башҡортостандың “Үҙәк” машина-технология станцияһы етәкселеге дәүләттең баҙар иҡтисады шарттарында булдырған мөмкинлектәрҙән файҙаланырға тырыша. Мәҫәлән, банктан ташламалы хаҡҡа кредит ала. “Тәүҙәрәк банктар беҙгә ышанмайыраҡ ҡараны, шуға кредитты ла залог нигеҙендә генә бирҙеләр, – ти директор. – Ә ул өҫтәмә сығымдар тигән һүҙ, йәғни залогка һалынған мөлкәтте страховкалау хаҡы, юғарыраҡ процент ставкаһы...”
Бер йыл хеҙмәттәшлектән һуң банктар яғынан ышаныс күпкә арта – улар кредитты иң түбән процент менән бирә башлай. Ошо йүнәлештә республика Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы яғынан да яҡлау була башлай. Банктар менән хеҙмәттәшлек яйға һалына. Артабан ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу зарурлығы тыуа, сөнки күпселектә МТС филиалдарында 2000 – 2003 йылдарҙа сығарылған техниканан файҙаланалар ине. Шуға ынтылып, “Русагролизинг” һәм башҡа лизинг компаниялары менән эшлекле бәйләнеш урынлаштырыла.
Һуңғы осорҙа Башҡортостандың “Үҙәк” машина-технология станцияһы бер нисә проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй. Тимәк, әүҙемлеген арттырған һәм бының өсөн шарттарҙы оҫта файҙаланған коллективтың тағы ла алға барасағына шик юҡ.
ФЕКЕР
Илдар НАСИРОВ,
Башҡортостандың “Үҙәк” машина-технология станцияһы директоры:
“Быйыл элеваторҙарға килгән иген һәм көнбағыш рекордлы күләмгә булыр тип күҙаллайбыҙ. Беҙҙең ҡарамаҡта 140 мең гектар ер бар, шуның 110 меңе – һөрөнтө, баҫыуҙарҙа төрлө тәғәйенләнештәге бер мең дана техника эшләй. Малсылыҡ блогы ла булдырылған – дөйөм мал һаны 11,5 мең баш тәшкил итә. Йылына 20 мең тоннаға яҡын һөт алабыҙ.
Дәүләт унитар предприятиеһынан акционерҙар йәмғиәте статусына күсеү ҡыйын булманы. Шул уҡ көндәлек ныҡышмалы эш дауам итте, бер ниндәй ҙә өҙөклөккә юл ҡуйманыҡ. Ойошманың исемен акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртеү – ул ҡануниәт талабын үтәү. Ә коллектив эшмәкәрлегендә, беҙҙең механизаторҙар һәм малсылар, башҡа белгестәр хеҙмәтендә ул һиҙелмәне лә. Бурыс – предприятиеның табышлы эшләүен, ҡаҙнаға һалымдарҙың ваҡытында түләнеүен тәьмин итеү.
Автор фотоһы.