

– Тиҙҙән мине саҡырасаҡтар, – тип тыныс ҡына әйтеп ҡуя запастағы офицер, махсус хәрби операция башланғас.
Уға арҡаланып ҡына йәшәгән ҡатыны, ни әйтергә белмәй, баҙап ҡала...
– Ҡурҡма. Һин бит офицер ҡатыны. Барыһын да булдыра аласаҡһың. Мин һиңә ышанам.
Педагогик белем менән – фермерлыҡҡа
...Был һөйләшеүгә хәҙер инде өс йыл. Запастағы офицер, ысынлап та, оҙаҡламай махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ҡатыны иһә ике бәләкәй ҡыҙы менән донъя көтөп ҡала. Өҫтәүенә иңендә – фермерлыҡ алып барыу өсөн файҙаланылған 200 гектар ер, ҡырҡҡа яҡын баш һыйыр малы.
– Иремдең “һиңә ышанам” тигән һүҙҙәре көс биргәндер – күңелемдәге бөтә ҡурҡыуҙарҙы, хәүефте алып ташлап, “күҙ йомоп” тигәндәй эшкә тотондом, – ти бөгөн Зәлиә Аҡкилдина. – Ә хужалыҡ ҙур. Фермерлыҡ, ғөмүмән, электән килгән ғаилә эшебеҙ. Уны заманында ҡайным менән ҡәйнәм башлап ебәргән, беҙ ҡушылып китеп, киңәйтеп ебәргәйнек.
Зәлиә – Ғафури районының Толпар ауылы ҡыҙы. Белорет ҡалаһындағы педагогия колледжын тамамлағас, 2012 йылда ошо ергә – Көйөргәҙенең Яманһары ауылына килен булып төшә. Хәҙер инде ике ҡыҙҙары үҫә: Гөлназға – туғыҙ, Илсиәгә ете йәш. Улар уҡыуға күрше Бахмут ауылына йөрөй, балаларҙы мәктәп автобусы көн дә алып барып, кире илтеп ҡуя. Яманһарының үҙендә фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб эшләй, төҙөк, матур мәсеттәренән аҙан тауыштары яңғырап тора.
– Мин килен булып төшкән йылда бындағы мәктәп ябылып, балаларҙы Бахмутҡа йөрөтөп уҡытыу ойошторолдо. Һөнәрем педагог булғас, ошонда хеҙмәт юлымды башлармын тигән хыялым бар ине, был теләгемә тормошҡа ашырға яҙманы, – ти Зәлиә Заһит ҡыҙы. – Шулай ҙа, шөкөр, бошонорға ваҡыт булманы. Ҡайны-ҡәйнәм, ирем һәйбәт, уңған. Улар тормошто ярата, зарланып ултырмай, өҙлөкһөҙ эш менән мәшғүл. Үҙҙәренең ҙур хужалыҡтары бар. Юғары хәрби белемле ирем Мәскәү яғында хеҙмәт иткән. Унан тыуған еренә ҡайтып, ата-әсәһенә ярҙамлашып йәшәгән сағы. Беҙ өйләнешкәс, ҡайны-ҡәйнәм үҙебеҙгә бер нисә баш һыйыр бирҙе лә, уларҙың булышлығында ғаилә бизнесын башлап ебәрҙек.
Зәлиә Заһит ҡыҙы әйтеүенсә, улар тәүҙә һөт кенә һатҡан. Ире көн дә машинала Күмертау ҡалаһына ташыған, унда үҙҙәренең бер нисә сауҙа урыны булған.
– Һөт һәр кемгә кәрәк. Уны эшкәртмәйенсә, шул килеш кенә һатыу күпкә отошло. Ташығаныбыҙ хатта етмәй ҙә ҡала торғайны, – ти Зәлиә Заһит ҡыҙы. – Ирем махсус хәрби операцияға юлланғас, күпмелер ваҡыт туғандар ярҙамында һөт һатыуҙы дауам иттек. Әммә уларҙың да бит үҙ ғаиләһе, мәшәҡәттәре. Ауырлыҡ тыуҙырмайым тип, ирем менән дә кәңәшләшеп, һөттө эшкәртеп һатыуға тотондом. Өйҙә үҙем ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот һымаҡ ризыҡтар әҙерләйем, уларҙы килеп алып торалар йә ауылдан биреп ебәрәм. Заказдар күп, ҡайһы саҡта өлгөрөп тә булмай китә.
Ҡайны-ҡәйнәһе – Баныу менән Фәнил Аҡкилдиндәр – әле лә балалары өсөн ныҡлы терәк-таяныс. Уларға бар яҡлап ярҙам итергә тырышалар. Ҡайныһы миҙгел дауамында игенлектәрҙә, бесәнлектәрҙә мәшғүл.
Нисек зарланмаҡ кәрәк?
– Ирем – “Днепр” позывнойлы офицер, взвод командиры. Аллаға шөкөр, бер нисә тапҡыр отпускка ҡайтып китте, – ти Зәлиә Аҡкилдина. – Ҡайтҡан ваҡыттарында бер ҡасан да “арыным”, “ял итәйем әле” тип ултырмай, шундуҡ өй, хужалыҡ, мал мәшәҡәттәренә тотона. Минең көсөм етмәгән эштәрҙе отпуск мәлендә тиҙ арала башҡарып ҡуйырға тырыша. Былтыр “МТЗ-82” тракторында йөрөргә өйрәтте. “Ат менән эшләгәнгә ҡарағанда еңелерәк булыр”, – тип, ай-вайыма ҡарамайынса, “тимер ат”ҡа мендерҙе. Ярты сәғәттә өйрәнеп алдым. Хәҙер, ысынлап та, хужалыҡта күп эште трактор ярҙамында башҡарам, мәшәҡәттәр байтаҡҡа еңеләйҙе.
“Иңеңдә – ҡыҙҙарың, ҙур хужалыҡ. Әммә һуҡранып йөрөгәнеңде ишеткәнебеҙ юҡ. Ҡатын кешеһең дәһә – ауырҙыр һиңә”, – тиҙәр йыш ҡына. Эйе, әлбиттә, еңел түгел. Әммә әлеге һынаулы мәлдә, бер-береңде ҡеүәтләп, ярҙам итешеп, еңеү өсөн бөтә көсөңдө һалырға тейешле осорҙа нисек зарланып, илап ултырмаҡ кәрәк? Әлбиттә, малды әҙерәк кәметергә тура килһә лә, артабан да иремдең ышанысын аҡларға тырышасаҡмын.
Малдан тыш, ҡош-ҡортто ла күп итеп тота уңған ҡатын. Ем дә, бесән дә етерлек күләмдә әҙерләнгән. Был йәһәттән туғандары ғына түгел, урындағы хакимиәт тә ярҙам итеп тора. Өҫтәүенә офицер ғаиләһенә йыл һайын утын да килтерәләр. “Ирем отпускка ҡайтҡан мәлдә бергәләп шифаханаға барып ял итергә лә өгөтләй район хакимиәте вәкилдәре. Әммә беҙ һаман да яйын тура килтерә алмайбыҙ, – ти Зәлиә Заһит ҡыҙы. – Хужалыҡта эш мәңге бөтәһе түгел шул. Ирем, алда әйткәнемсә, ҡыҫҡа ғына отпускын да ғаилә кәсебенә бағышларға тырыша. Ял итергә өлгөрөрбөҙ, иң мөһиме – донъялар тынысланһын, тибеҙ. Хәстәрлектән, ярҙамдан айырмаған район хакимиәтенә, ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға ҙур рәхмәт!”
...Зәлиә – Ғафури районының Толпар ауылы ҡыҙы, тинек. Төҫ-ҡиәфәтендә, холоҡ-фиғелендә шул яҡтың матурлығы ғына түгел, ә таш-ҡаяларылай ныҡлығы, ғорурлығы ла сағыла уның. Һоҡланғыс тыныслығы, сабырлығы хайран итә. Ысын офицер ҡатыны. Бөгөнгө йәмғиәт, дәүләт тап шундай гүзәл заттарға таяна ла.
Тимур ИҘРИСОВ, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары:
– Беҙҙең районда эшҡыуарҙарҙың үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Бизнес идеяларын тормошҡа ашырырға теләгәндәр өсөн урындағы хакимиәттә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтеп тора. Унда заманса проекттарын тәҡдим иткәндәр араһында махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаилә ағзалары, ветерандар ҙа бар. Үҙ эшен асыу улар өсөн айырыуса мөһим: бизнес МХО-нан ҡайтҡандарға граждандар тормошона тиҙерәк өйрәнеп китеүгә, социалләшеүгә, яҙмышын тыуған районы менән нығыраҡ бәйләүгә булышлыҡ итә. Махсус хәрби операция яугирҙәренең яҡындары, ғаилә бизнесын дауам итеп, тотороҡлолоҡто тәьмин итә, яуҙағы иренең, атаһының күңел тыныслығын да хәстәрләй. Уларға, әлбиттә, артабан да бөтә яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ.
Алмас ҒӘЛИМОВ, республика Ауыл хужалығы министрлығы белгесе:
– Төбәк иҡтисадына ҡеүәт биргән агросәнәғәт үҫешенә даими булышлыҡ ҡылына, өҫтөнлөклө мәсьәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың даими контролендә. Фермерҙарға гранттар, субсидиялар, төрлө ташламалар булдырылған, агросәнәғәт комплекстары даими яңыртылып, конкурентлыҡҡа һәләте, эш һөҙөмтәлелеге арттырыла.
Автор фотоһы.
Көйөргәҙе районы.