

Мәскәүҙә “Рәсәй транспорты” XIX халыҡ-ара форум майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль диңгеҙ һәм йылға транспорты агентлығы етәксеһе Андрей Тарасенко менән осрашты. Көн тәртибендә – республика йылғаларында йөк һәм пассажирҙар судноларын йөрөтөүҙе үҫтереү.
–Беҙҙең иң төп йылғабыҙ – Ағиҙел. Ул Башҡортостан халҡы өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә уның хәл-торошо беҙҙе борсомауы мөмкин түгел, – тине Радий Хәбиров. – Беҙгә эре круиз теплоходтары инә, йөк ташыуҙарҙы киңәйтеү, даими туристик һәм пассажирҙар маршруттарын ойоштороу буйынса пландар бар һәм был йәһәттән Росморречфлот ярҙамына иҫәп тотабыҙ.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Башҡортостан йылғаларында суднолар йөрөтөүҙе үҫтереү буйынса берлектәге эш төркөмөн булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
– Ағиҙел йылғаһында суднолар йөрөтөүҙе үҫтереү буйынса килештек. Йөктәр ҙә ташыласаҡ, пассажирҙар суднолары ла йөрөйәсәк, – тип фекер алышыуға йомғаҡ яһаны Андрей Тарасенко.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.