

Мәскәүҙә “Рәсәй транспорты” XIX халыҡ-ара форум барышында илдең транспорт министры Андрей Никитин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты. Көн тәртибендә – күләмле тармаҡ проекттарын тормошҡа ашырыу. Республика етәксеһе федераль үҙәк менән берлектәге эште юғары баһаланы.
– Беҙҙең башланғыстарҙы хуплағаны өсөн Рәсәй Хөкүмәтенә һәм илдең Транспорт министрлығына рәхмәт белдерәм, – тине Радий Хәбиров. – Быйыл беҙ байтаҡ эре инфраструктура объекттарын сафҡа индерҙек. Шул иҫәптән – М-12 федераль трасса участкаһы. Татарстан менән сиктәш Туймазы районында Ыҡ йылғаһы аша яңыртылған күпер буйлап графиктан алда хәрәкәтте астыҡ.
Рәсәй транспорт министры Өфөлә байтаҡ йылдар эшләгәне тураһында һөйләне.
Осрашыуҙа Өфөнөң Көньяҡ урау юлы төҙөлөшөн финанслау, шулай уҡ Өфө тимер юлы төйөнөн булдырыу мәсьәләләре ҡаралды.
– Көньяҡ урау юлы –флагман проекты. Ул дәүләт экспертизаһын үтте һәм Өфө агломерацияһының транспорт системаһына ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Был башланғысты Рәсәй Презиленты Владимир Путиндың хуплауы мөһим. Уны тормошҡа ашырыу өҫтөндә әүҙем эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.