Иҡтисад
20 Ноябрь 2025, 15:25

Юл селтәре әүҙем үҫешә

Бөгөн Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты.

Юл селтәре әүҙем үҫешәЮл селтәре әүҙем үҫешә
Юл селтәре әүҙем үҫешә

Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә XIX «Рәсәй транспорты» халыҡ -ара форумында үҙ эшен дауам итә. Бөгөн, 20 ноябрҙә, сара майҙансығында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың осрашыуы үтте.

Көн тәртибендә - республикала милли проекттарҙы үтәү, шулай уҡ төбәк биләмәһендә эре инфраструктура объекттарын төҙөү барышы. Вице-премьер Башҡортостандың төҙөлөш һәм транспорт тармаҡтарында күрһәткестәрҙең яҡшы динамикаһын билдәләне.

 - Төбәк планлы үҫешә. Торлаҡ, юл инфраструктураһы объекттарын сафҡа индереү әүҙем бара. Мөһим ваҡиғаларҙың береһе – июлдә Дүртөйлө ҡалаһынан Свердловск өлкәһенең Әчит ҡасабаһына тиклем М-12 «Көнсығыш» трассаһы участкаһы буйлап хәрәкәт башланды, әммә төбәктә юлдарҙы үҫтереү буйынса эштәр бының менән генә бөтмәй, – тине Марат Хөснуллин. - Быйылдан илдә «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты старт алды, уны тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу мөһим.

Башҡортостан Башлығы Рәсәй Хөкүмәтенә төбәкте үҫтереүгә иғтибар һәм социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

 – Федераль үҙәк ярҙамында беҙ тейешле финанслау менән тәьмин ителгән бик күп объекттар төҙөйбөҙ, мәҫәлән, республиканың баш ҡалаһы биләмәһендә тамамланған «Көньяҡ ҡапҡа» проекты, – тине Радий Хәбиров. - Ҡайһы бер ҡоролмалар һәм юлдар проектлау стадияһында. Федераль программалар һәм механизмдар сиктәрендә уларҙы финанслауға ғаризалар әҙерләйәсәкбеҙ. Бынан тыш, тағы бер нисә йүнәлеш буйынса яҡшы перспективалар күрәбеҙ.

Атап әйткәндә, осрашыуҙа Өфөнөң Көньяҡ урау юлын, шулай уҡ баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү мәсьәләләре ентекле тикшерелде.

Фото: glavarb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас