Иҡтисад
24 Ноябрь 2025, 09:30

Эшлекле һөйләшеүгә эшҡыуарҙар ҙа ҡушыла

Радий Хәбировтың һүҙҙәренсә, бөтә күрһәткестәр ҙә төбәк иҡтисадының үҫеш динамикаһын сағылдыра.

Эшлекле һөйләшеүгә эшҡыуарҙар ҙа ҡушылаЭшлекле һөйләшеүгә эшҡыуарҙар ҙа ҡушыла
Эшлекле һөйләшеүгә эшҡыуарҙар ҙа ҡушыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Республика йортонда "Инвестиция сәғәте"н уҙғарыуы ғәҙәти күренешкә әйләнде. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә власть вәкилдәренән тыш, шәхси эшҡыуарҙар ҙа саҡырыла. Унда Радий Фәрит улына иҡтисадтың төрлө тармағы буйынса һәм социаль өлкәгә ҡағылышы булған өр-яңы проекттар тәҡдим итәләр, ҡыҫҡаһы, фекер алышыуға төрлө йүнәлештә бихисап мәсьәлә сығарыла. Юл буйы сервисы, сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, туризм, социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, агросәнәғәт комплексы һәм башҡа өлкәләге шәп башланғыстар – шуға асыҡ миҫал.

Радий Хәбировтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтә күрһәткестәр ҙә төбәк иҡтисадының үҫеш динамикаһын туранан-тура сағылдыра. Әйтәйек, бизнес эше яҡшы ойошторолған, йүнселдәр халыҡҡа кәрәкле тауар етештерә, кешеләргә төрлө йүнәлештә хеҙмәттәр күрһәтелә.

Мәҫәлән, Өфө ҡалаһындағы "Сирена" компанияһы директорры урынбаҫары Елена Жужлева билдәләүенсә, Башҡортостанда эш асам тигән йүнселдәргә республика етәкселеге тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелә. Был предприятие икмәк һәм кондитер изделиелары етештерергә уйлай һәм ошо маҡсат өсөн 125 миллион һум аҡса йүнәлтергә ниәт иткән. Әлбиттә, яҡынса утыҙ кешегә өр-яңы эш урындары булдырыласаҡ.

Быйыл йәйгеһен шундай эшлекле һөйләшеүгә барыһы ла ихлас ҡушылды. Әйтәйек, "АгроВосток" компанияһының директоры Афиг Заһид Оғлы Годжаев Өфө районы халҡын ҡыуандырыу буйынса ҙур уй-маҡсаттар менән яна. Йәшелсә-емеште бүлеү һәм һаҡлау буйынса логистик үҙәк төҙөү проекты - шуға асыҡ миҫал. Майҙаны 15 мең квадрат метр тәшкил иткән комплекс Өфө районының Подымалов ауылында төҙөләсәк. Инвестиция күләме – 600 миллион һум. Әгәр ҙә ул файҙаланыуға тапшырылһа, өс тиҫтәнән ашыу кешегә эш урыны асыласаҡ. Ошо проект өҫтөнлөктәрҙән һанала, уға һалым ташламалары ҡаралған, район хакимиәте етәкселеге ер участкаһына документтар алыуҙа булышлыҡ итәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һөйләүенсә, эш асам тигән уңғандарға, кешеләргә эш урындары булдырған сәмселдәргә улар гел ярҙам итәсәк. Әлбиттә, был мәсьәлә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, бизнестың өр-яңы битен асыусыларға ла, эшҡыуарлыҡ тигән юлдан эре аҙымдар менән атлаусыларға ла, проект йәки идея менән яныусыларҙға ла хуплау һүҙҙәре генә еткерелә.

– "Инвестиция сәғәте" – бизнес менән власть араһына һалынған ышаныслы күпер, – тине Радий Фәрит улы йөҙөнсө юбилей кәңәшмәһендә. – Эшҡыуарҙар менән ныҡлы бәйләнеш ептәре булдырыусыларҙың барыһына ла рәхмәт. Был – ифрат ҡатмарлы һәм ауыр эш, әммә төбәк иҡтисадын юғары күтәреүҙә уның емештәрен күреү, граждандарҙың тормошон еңеләйтеүгә булышлыҡ итеү шул хәтлем ҡыуаныслы.

Киңәйтелгән ултырыштарҙа эшҡыуарҙар, төрлө аңлашылмаған бюрократ кәртәләрен урап үтеп, Радий Хәбировҡа туранан-тура үтенесен белдереү мөмкинлегенә эйә. Инвестиция сәғәттәренең власть менән бизнес өсөн уңайлы диалог ролен үтәүен дә онотмайыҡ. Үҙ сиратында ул төбәккә капитал һалыуға ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, артабан инде өр-яңы эш урындарына юлдар асыла. Эшһеҙлек күҙгә күренеп кәмей һәм социаль-иҡтисади хәл шаҡтай яҡшыра. Бындағы кәңәшмәнән һуң инвестиция проекттарын ҡарауҙың ваҡыты ҡыҫҡара, дәүләт ярҙамы арта. Бары тик шундай эш алымы айҡанлы, республикабыҙ, инвестиция мөхите исемлегенең уртаһында торғандан һуң, хәҙер иһә Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингында лидер ролен үтәй.

Рөстәм Моратов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры:

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шәхсән үҙе үткәргән "Инвестиция сәғәте"нең кимәле һәр ваҡыт юғары. Радий Фәрит улының бизнес тураһында эшлекле тәҡдимдәрен еткереүе, эшҡыуарҙарҙы ентекле тыңлауы, йүнселдәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалыуы һәр йәһәттән дә отошло.

Төрлө ҡатмарлы осорҙар булыуына ҡарамаҫтан, айырыуса ковид пандемияһы, санкцияларға бәйле баҫым күҙ уңында тотола, республика етәкселегенең иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин итеү йәһәтенән, тармаҡҡа йән өрөү буйынса эш тәжрибәһе етерлек.

Төп бурыстарҙың береһе – халыҡтың йәшәйешендә еңеллек һәм уңайлыҡтар тыуҙырыу, кешеләргә яңы эш урындары булдырыу, уңғандарға ярҙам күрһәтеү, инвесторҙар менән үҙ-ара аңлашып хеҙмәттәшлек итеү.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас