Иҡтисад
24 Ноябрь 2025, 12:30

"Уға аҡсаны бер ҡасан да йәлләмәнек"

Төҙөк юлдар буйынса Башҡортостандың алдынғылығы - республика Башлығы Радий Хәбировтың кешеләр мәнфәғәтен хәстәрләүенә дәлил.

"Уға аҡсаны бер ҡасан да йәлләмәнек""Уға аҡсаны бер ҡасан да йәлләмәнек"
"Уға аҡсаны бер ҡасан да йәлләмәнек"

Башҡортостан сиген киҫеп үткән һәр водитель, хәйер, бүтәндәр ҙә инде, беҙҙәге юлдарҙың тигеҙлегенә, түшәлгән яңы асфальтҡа, тигеҙләнгән шоссеға һоҡланмайынса ҡалмай, бер һүҙ менән әйткәндә, республикабыҙ территорияһының төҙөк юлдарынан йөрөгәндәр өсөн ул ысынында оло ҡыуаныс. Юғиһә, ишетеп-күреп торабыҙ, ҡайҙалыр, юлдар ныҡ таушалған, ә ҡайһы тарафталыр бөтөнләй ремонт эшләнмәгән. Ошоларҙың барыһы ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың кешеләр мәнфәғәтен хәстәрләүе тип аңларға кәрәк.

– Ҡатмарлы булһа ла, юлдарҙы һәр саҡ төҙөк тотабыҙ, ул, ысынлап та, беҙҙең өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе, – ти Радий Фәрит улы. – Халыҡ был турала үтенес менән йыш мөрәжәғәт итә. Уны уңайлыҡтар тип атайбыҙ, ул иҡтисадты үҫтереү ҙә. Иң беренсе хәүефһеҙлек күҙ уңында тотола. Яҡшы юлдар кешеләргә ышаныс өҫтәй, тимәк, уларҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс бер ҡасан да янамай. Был тармаҡҡа аҡсаны бер ҡасан да йәлләмәнек, киләсәктә лә тейешле күләмдә йүнәлтеләсәк.

Мәсьәләгә яҡыныраҡ килер өсөн Өфө ҡалаһынан республикабыҙҙың төрлө яҡтарына юлланайыҡ. "Өфө – Сибай", "Өфө – Яңауыл", "Өфө – Учалы", "Өфө – Үрге Тәтешле", "Өфө – Аҡъяр" юлдарының һәм бүтән участкаларҙың тәртиптә булыуы республика етәкселегенең был тәңгәлдә эҙмә-эҙлекле һәм алдан уйланылған сәйәсәт алып барыуы ул. Был яҡтарҙағы күркәмлек берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, асфальт тип-тигеҙ, бер урында ватылған урынды күрмәҫһең, бынан тыш, уның буйҙары тейешле нығытылған, юлдарҙың ситендәге үлән даими сабылып тора. Республикабыҙға күрше булған республика йәки өлкәләр генә түгел, ә тотош илебеҙҙең субъекттарынан юл буйынса белгестәр эш тәжрибәһен өйрәнергә беҙгә йыш килә.

Башҡортостан етәксеһе тарафынан тормошҡа ашырылған бер нисә иң ҙур проекттар түбәндәгеләр: "Көнсығыш сығыу юлы" (ул 2024 йылдың 21 мартында Өфөлә (1992 йылда төҙөлөш башланған булған) сафҡа индерелде, киләсәктә юл Салауат Юлаев проспектынан Комсомол урамына тиклем һуҙыласаҡ, унан инде Затон биҫтәһенә илткән күпергә етәсәк һәм "Р-240" федераль трассаһына тоташтырыласаҡ, "М-12" автомагистраленә барып етәсәк), "Көньяҡ ҡапҡалары" (ул шулай уҡ эре инфраструктура объекты, Башҡортостан Башлығының уға тейешле иғтибары арҡаһында, был төҙөлөшкә аҡса табылды һәм ул дауам итә). Хәйер, Радий Фәрит улының, юлдарға бәйле проекттары бихисап, уларҙың һәр береһе уңышлы тормошҡа ашырыла. Радий Хәбиров билдәләүенсә, халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе.

"Көнсығыш сығыу юлы"нан беренселәрҙән булып үткән Айҙар Маликов һөйләүенсә, ул Өфө районының Шамонин ауылынан 12 минутта баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев проспектына килеп тә етә, автомобиль тығындарын күптән онотҡан.

Әнисә Ҡәҙербәкова әйтеүенсә, Өфө күҙгә күренеп күркәмләнә, ул ғына ла түгел, баш ҡалабыҙ тирәләй юлдарҙың торошо ныҡ яҡшырҙы, транспорт хәрәкәте көйләнде. 

Шуныһы, транспорт мәсьәләһе республикабыҙҙа уңышлы хәл ителә. Бөгөн халыҡты өр-яңы автобустар ташый, автопарк даими яңыртылып тора. Был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә өҙөклөктәрҙең һәм ҡытыршылыҡтарҙың булмауын Радий Хәбиров һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Любовь МИНАКОВА, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры:

– Республикабыҙҙа транспорт һәм юл мәсьәләләре һәр ваҡыт республика Башлығы Радий Хәбировтың ныҡлы иғтибары үҙәгендә тотола. Был хаҡта Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һөйләшеү йыш ойошторола, ә инде етәкселектең урындарға өҙлөкһөҙ сығыуы, эш барышы менән һәр саҡ танышыуы күпте һөйләй. Ғөмүмән, юлдар – төп транспорт артерияһы. Юлдарға ремонт эшләү, уға асфальт һалыу юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлегенә туранан-тура бәйле. Башҡортостанда "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты нигеҙендә бик күп урында юлдар ремонтлана. Мәҫәлән, уның буйынса тәртипкә килтерелгән юлдар һәр ваҡыт сифаты буйынса айырылып тора. Һанай китһәң, милли проект буйынса республикабыҙҙа юлдарҙың күп участкаһы рәтләнә, ремонтлана. Ул киләсәктә лә йылдам дауам ителәсәк.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас