

Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында 3 декабрҙән алып 5 декабргә саҡлы XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы эшләйәсәк.
Форумды Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора. 2024 йылғы форумда Башҡортостан һәм Рәсәйҙең иҡтисад, экспорт, инновациялар һәм инвестициялар өлкәләрендәге ыңғай үҫеше мәсьәләләре тикшерелгәйне. Бөтәһе 59 миллиард һумға 25 килешеүгә ҡул ҡуйылды. Йыйында 111 илдән биш меңдән ашыу кеше ҡатнашты, шул иҫәптән – Беларусь, Төркиә, Ҡытай, Вьетнам, Үзбәкстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирәттәре, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Танзания, Малайзия һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре.
Быйыл федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары етәкселәренең, эшлекле даирәләр вәкилдәренең, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең рәсми һәм бизнес делегацияларының ҡатнашыуы көтөлә.
Тәүге көндә Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығының Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһының йоғонтоло идара итеү юлдары хакатоны, “Йыл эшҡыуары-2025” республика конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы буласаҡ.
Аҙналыҡтың икенсе көнө креатив индустриялар һәм интеллектуаль милек өлкәһендәге хоҡуҡ ҡулланыу һәм ҡануниәт булдырыу мәсьәләләрен тикшереү менән асыласаҡ. “Йыл юрисы” премияһында еңеүселәр наградланасаҡ.
Өсөнсө көн Халыҡ-ара көн тип иғлан ителәсәк һәм унда дәүләт менән хосуси ойошмаларҙың хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре ҡараласаҡ. Эшҡыуарҙар өсөн Эшлекле бәйләнештәр биржаһы ойоштороласаҡ. “Башҡортостан менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы төбәктәренең халыҡ-ара кооперацияһы”, “Башҡортостан менән Тажикстандың хеҙмәттәшлек перспективаһы” һәм башҡа сессиялар ойоштороу планлаштырыла.
Фото: XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сатынан.