

Шишмә районында йәшәгән Елена Ҡадирова сабыйы менән декрет ялында сағында эшҡыуар булырға ҡарар итә. Мәшғүллек хеҙмәте аша бизнес проектын әҙерләй һәм тегеү студияһын асыуға финанс ярҙамын ала. Дәүләттән алынған 180 мең һум күләмендәге грант профессиональ ҡорамалдар һатып алырға ярҙам итә. Елена студияла клиенттарҙан заказ алыуҙан тыш, йәш ҡул оҫталары өсөн бәйләү һәм тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, һөнәри йүнәлеш биреү сараларында ҡатнаша.
Дәүләт ярҙамында үҙ эшен асҡан ғаиләләр, шәхси хужалыҡтарын киңәйткән егәрле хужалар үҙҙәренең тормош сифатын яҡшыртыуҙан тыш, төбәк иҡтисады үҫешенә лә өләштәрен индерә.
– Мәшғүллек үҙәгендә миңә эшҡыуарҙарға ярҙам итеү программаһы тураһында ентекләп һөйләнеләр. Мин эшһеҙ булараҡ иҫәптә тора инем, бер тапҡыр бирелеүсе түләүгә дәғүә итә алыр инем. Хәҙер минең үҙ эшем бар, бик ҡәнәғәтмен. Кадрҙар үҙәгендә миңә тегенсе һөнәренә бушлай уҡырға тәҡдим иттеләр, тик мин ул курсты үтеп өлгөргәйнем инде. Бизнес-планды төҙөргә ярҙам иттеләр, проектты яҡлау ауыр булманы, – тип эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша Елена Ҡадирова.
Оҫта өлгәшелгәндәр менән генә сикләнергә теләмәй, яңы технологияларҙы, перспективалы йүнәлештәрҙе өйрәнеү буйынса курстарға йөрөй, конкурстарҙа ҡатнаша.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы