

Һәр хужалыҡ тармағында төп күрһәткес – хеҙмәт етештереүсәнлеге. Конвейерҙан минутына 500 дана сыҡҡан әйберҙең үҙҡиммәте шул арауыҡта 100-әр генә сыҡҡан тауарға ҡарағанда күпкә арзаныраҡ. Һәм ул көнәркәшлектә еңә. Шуға күрә лә Башҡортостан предприятиеларында “Йоғонтоло һәм көнәркәшле иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бирелә.
Күптән түгел республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы “Һаҡсыл етештереү практикаһы” исемле эшлеклеләр клубы ултырышын ойошторҙо. Ул ошо милли проектта ҡатнашҡан һәм һаҡсыл етештереү алымдарын үҙҙәрендә индереү менән ҡыҙыҡһынған компаниялар араһында тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде.
– Федераль проектты тормошҡа ашырыу дауам итә: йыл аҙағына саҡлы тағы ла 23 предприятиеның яңы кимәлгә күтәрелеүен күҙаллайбыҙ, был республиканың хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса алдынғылыҡ күрһәткесен дә яҡшыртырға тейешле, – ти республиканың иҡтисад һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов, Эшлеклеләр клубында сығыш яһап.
Клуб төрлө тармаҡ предприятиелары етәкселәрен һәм вәкилдәрен йыйҙы, шул иҫәптән – етештереү компанияларын, аҙыҡ-түлек эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларын, шифаханаларҙы һәм төҙөлөш ойошмаларын. Улар араһында был федераль проектта әлегә ҡатнашмаған, әммә уның менән ҡыҙыҡһынған компаниялар ҙа бар ине – мәҫәлән, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы, “БЭСК-Инжиниринг”, “Өфөкабель” һәм Өфө трамвай-троллейбус заводтары.
Сара барышында һаҡсыл етештереү процестарын уңышлы ғәмәлгә индергән компаниялар – “Контроль пакеты”, “Корона” һәм “Дельта” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре – үҙҙәренең һынауҙар үткән кейстарын күрһәтте: уларҙы тормошҡа ашырыуҙағы нескәлектәр һәм ҡатмарлы урындары тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙеләр.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проекты Рәсәйҙә быйыл 1 ғинуарҙа башланғыс алды, уны тормошҡа ашырыу тотороҡло иҡтисади үҫеш өсөн шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Башҡортостан был проектты тормошҡа ашарыуҙа Рәсәй Иҡтисади министрлығының алдынғы төбәктәре исемлегендә тора. Был уңыш республиканың һаҡсыл етештереү алымдарын индереүҙә предприятиеларға төрлә яҡлы ярҙам күрһәткән Компетенциялар үҙәгенең йоғонтоло эшләүен күрһәтә.
Федераль проектты иң уңышлы тормошҡа ашырған предприятиелар миҫалында “Өфө ит-консерва комбинаты” акционерҙар йәмғиәтен күрһәтергә мөмкин. Ул һаҡсыл етештереү процестарын белдекле ҡулланыу иҫәбенә төп етештереү участкаһында һиҙелерлек отош алыуға өлгәште – сосиска етештереү ағымында эшләп сығарыу күләме һәр кешегә сәғәтенә элекке 36,5 килограмдан 45,9 килограмға еткерелде, йәғни 25 процентҡа артты. Был продукт комбинат етештергән дөйөм күләмдә бөтә табыштың 15 процентын тәшкил итә.
– Тәжрибә күрһәтеүенсә, ағымда тейешле ҡорамалдар булыуы ғына уның йоғонтоло файҙаланыуын тәьмин итмәй, һәр осраҡта ла нисек һаҡсыл файҙаланыуын, эшләп сығарыу күрһәткестәрен иғтибар үҙәгендә тоторға кәрәк, – ти Айрат Фәхретдинов. – Комбинатта ҡул көсө талап иткән эштәрҙе механизациялау ҙа эҙмә-эҙлекле бара. Әҙер продукцияны төрөү участкаһын яңыртыу, мәҫәлән, был эшкә киткән ваҡытты 30 процентҡа ҡыҫҡартыу һәм байтаҡ кешене, был урындан алып, башҡа цехтарға йүнәлтеү мөмкинлеген бирҙе. Ғөмүмән, аҙыҡ-түлек етештереү предприятиелары ошо проектҡа бик әүҙем ҡушылды.
Республика Компетенциялар үҙәгенең проекттар етәксеһе Тимур Низамов әйтеүенсә, Үҙәктең эксперттары төп участкаларҙа – ваҡлау, формаға һалыу һәм термик эшкәртеү урындарында етештереүҙе сәғәтләп анализлау системаһын индергән. Артабан уға ит-консерва комбинаты белгестәре менән көн һайын мониторинг яһала.
Процестарҙы уңайлаштырыу менән бергә был участкаларҙа эшләгәндәрҙе уҡытыу ҙа барҙы. Компетенциялар үҙәгендә комбинаттың эш төркөмө тренингтар үтте һәм ҙур предприятиеларҙың тәжрибәһен өйрәнде, ә Үҙәк инструкторҙары был төркөм ағзаларын һаҡсыл етештереү принциптарына, шул иҫәптән “5С” системаһына өйрәтте.
Өфө ит-консерва комбинатына ошо федераль проект нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтеү тамамланды, ти Компетенциялар үҙәге белгестәре. Өлгәшелгән һөҙөмтәләр – хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, ағымдағы запасты һәм етештереү ваҡытын кәметеү – ихтыяж булған продукция комбинатҡа етештереү күләмен арттырырға һәм баҙарҙағы урынды тотороҡло һаҡларға ярҙам итәсәк.
Рөстәм МОРАТОВ,
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры:
– Бөгөн был милли проектты тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың 216 предприятиеһы ҡатнаша. Әлеге көнгә пилот ағымдарында ғына ла ошо проект буйынса эш итеү 4,5 миллиард һумлыҡ иҡтисади йоғонто бирҙе. Был беҙ һайлаған юлдарҙың отошло буласағын раҫлай.
Төбәк кимәлендә 130 предприятие етештереү процестарын ҡулайлаштырыуҙы тамамланы, тағы ла 40 коллектив федераль кимәлдә шөғөлләнә һәм йоғонтололоҡтоң юғары стандарттарына өлгәшә. Ҙур предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген эшләүселәр һанын арттырмай ғына күтәреү – билдәле бер компанияның ғына түгел, ә тотош республиканың көнәркәшлек һәләтен арттырыуға ҙур өлөш индереү ул. Шуныһы мөһим – был йоғонтололоҡҡа капитал һалыуҙар нигеҙендә түегел, ә эске процестарҙы ҡулайлаштырыу иҫәбенә өлгәшәләр.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!