

Башҡортостан быйылғы үткән айҙар һөҙөмтәһе буйынса сәнәғәте иң тотороҡло үҫкән төбәктәр исемлегенә инде. Был һығымта Төбәктәр сәйәсәтен үҫтереү үҙәгенең “2025 йылдың яҙында РФ төбәктәрендә сәнәғәт үҫеше: үҙенсәлектәр һәм ҡаршылыҡтар” тигән докладында яһалған. Башҡортостандан тыш, сәнәғәте тотороҡло үҫешкән төбәктәр тип Татарстан, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Санкт-Петербург аталған.
“Рәсәйҙең бөгөнгө сәнәғәтенең ысынбарлыҡты сағылдырған, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы торошонда Башҡортостандың да ошо исемлеккә инеүе осраҡлы түгел, һәм был күрһәткес республиканың тарихи яҡтан барлыҡҡа килгән структураһын да, һуңғы йылдарҙағы маҡсатҡа ярашлы төбәк сәйәсәтенең һөҙөмтәһен дә күрһәтә, – ти Рәсәйҙең стратегия, проекттарға идара итеү һәм бизнес-анализ хеҙмәттәре күрһәтеүгә махсуслашҡан «АйПиЭм Консалтинг» компанияһы идарасыһы Вадим Тедеев. – Башҡортостандың тотороҡло үҫешә алыуына бер нисә нигеҙ таянысы сәбәп булып тора, шуға күрә республика тышҡы кире күренештәр тәьҫиренә бирешмәй. Был – һис шикһеҙ, властарҙың ҡаҙанышы ла, инвесторҙар яғынан әүҙемлек булыуы ла – улар йоғонтоло саралар иҫәбенә яңы етештереү ҡеүәттәре булдыра һәм һөҙөмтәлә иҡтисадтың үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһай”.
Компания белгестәре аңлатыуынса, яҡын киләсәктә төбәккә бөтә Рәсәй сәнәғәте өсөн хас булған ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура киләсәк. Ундай проблемалар араһында – үҫеш темпының аҡрыная төшөү ихтималлығы, ҡайһы бер тармаҡтарҙа ваҡытлыса туҡтап ҡалыу мөмкинлеге, ресурстар өсөн көнәркәшлектең көсәйеүе, аҡса-кредит сәйәсәтенең ҡәтғиләнеүе, санкциялар баҫымы аҫтында иҡтисадты структур яҡтан үҙгәртеүҙе дауам итеү.
«АйПиЭм Консалтинг» компанияһы Башҡортостан иҡтисадының ыңғай динамикаһын һаҡлап ҡалыу өсөн реаль шарттар барлығын дәлилләй, бының өсөн түбәндәгеләр талап ителә:
– сәнәғәтте артабан диверсификациялау (бер үк предприятиела етештерелгән продукцияның ассортиментын киңәйтеү һәм яңы цехтар асыу);
– юғары технологиялы тармаҡтарҙы үҫтереү;
– импортты алмаштырыу сәйәсәтен көсәйтеү;
– экспорт потенциалын киңәйтеү.
Республиканың аграр сәнәғәтенең дә ошондай драйверҙар иҫәбенә инеүе бик мөмкин. Бынан тыш, эксперттар әйтеүенсә, Башҡортостан дуҫ илдәр менән хеҙмәттәшлекте әүҙемләштерә, был иһә Көнбайыштағы һатыу һәм технологиялар баҙарының беҙҙе сикләүен өлөшләтә компенсациялай.
Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы Рөстәм Ахунов әйтеүенсә, республикала индустриаль өлкәгә булышлыҡ итеү буйынса йоғонтоло система булдырылған. Төрлө кимәлдәге етәкселәр – республика Башлығынан алып район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына тиклем – сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре менән шәхсән аралаша, етештереү майҙансыҡтарында йыш була, килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итә. “Бынан тыш, инвесторҙарға һалым буйынса тос ҡына ташламалар бирелә”, ти иҡтисадсы.
Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалының “Иҡтисад, менеджмент һәм маркетинг” кафедраһы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Камалов билдәләүенсә, республика иҡтисадының күп профилле булыуы бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа тотороҡло хәлде һаҡларға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта, ғалим әйтеүенсә, сәнәғәт предприятиеларына күп кире факторҙар йоғонто яһарға тырыша. Был ҡыйынлыҡтарға бирешмәү һәм үҫешкә өлгәшеүҙең берҙән-бер стратегияһы – хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрә барыу.
“Башҡортостандың иҡтисады, илдең күпселек төбәктәре менән сағыштырғанда, яҡшыраҡ хәлдә эшләй, – ти Рөстәм Камалов. – Шулай булһа ла, тышҡы баҫым, санкциялар тәьҫире көслө булыуын дауам итә, уларҙың “тупланма эффекты” үҙен һиҙҙерә. Үҙәк банктың рефинанслау ставкаһы проценттарының юғары булыуы кредиттарҙы ла ҡыйбатландыра, предприятиеларҙың бурысы йыйыла. Минеңсә, яңы санкциялар ихтималлығынан ҡурҡырға кәрәкмәй, сөнки иҡтисад был хәлдәргә яраҡлашты”.
ФЕКЕР
Тимур ГЕРАСИМОВ,
Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрының беренсе урынбаҫары:
– Өфөлә яңыраҡ булып үткән “Газ.Нефть. Технологиялар-2025” халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәһендә тәбиғи газды мотор яғыулығы итеп файҙаланыуҙы киңәйтеү мәсьәләһе лә тикшерелде. Был йүнәлеш тураһында һүҙ барған стратегик сессияла беҙҙең министрлыҡтан тыш “Газпром трансагаз Өфө” йәмғиәте лә ҡатнашты.
Сығыш яһаған эксперттар Башҡортостандағы газ-мотор яғыулығының бөгөнгө торошон күҙалланы һәм киләсәктә уны нисек әүҙемләштереү буйынса тәҡдимдәр бирҙе. Ундай белгестәр араһында газ яғыулығы ассоциациялары һәм ҙур предприятиелары вәкилдәре генә түгел, ә шәхси инвесторҙар ҙа бар ине. Шулай уҡ газ тултырыу буйынса компрессор станцияларын бөтә предприятиелар һәм халыҡтың файҙалана алыу мөмкинлеген киңәйтеү, мотор өсөн ҡулланыуға тәғәйенләнгән газ тармағына дәүләт ярҙамын көсәйтеү, техниканы сервис хеҙмәтләндереүе тураһында ла һүҙ барҙы.
Сарала ҡатнашыусылар газ-мотор яғыулығын етештереүҙе йоғонтолораҡ итеү өсөн был продукция баҙарындағы барлыҡ берәмектәрҙең дөйөм тырышлығы кәрәк булыуы тураһындағы фекергә килде.
Фото: БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!