

2 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй делегацияһы составында Ташкентҡа килде. Республика Башлығының сәфәре программаһында – Рәсәй менән Үзбәкстан араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Хөкүмәт-ара комиссия ултырышында, шулай уҡ бер нисә эшлекле осрашыуҙа ҡатнашыу. Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең яҡшы үҫеш динамикаһын билдәләне.
- Беҙҙең тауар әйләнеше арта, Ташкент өлкәһендә “Бекабад” технопаркы төҙөлөшө старт этабында бара. Беҙҙә бер нисә потенциаль резидент бар. Был тулы кооперация бәйләнештәрен төҙөү тураһында һөйләргә мөмкинлек бирә. Үҙ сиратында үзбәк компаниялары берлектәге агросәнәғәт проекттарын тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһына, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Сәфәр сиктәрендә сит ил партнерҙары менән бәйләнештәрҙе киңәйтергә ниәтләгән Башҡортостан компаниялары ҡатнашлығында һөйләшеүҙәр үткәрергә планлаштырабыҙ.
Мәғлүмәт:https://glavarb.ru/ru/news/event/radiy-habirov-pribyl-v-uzbekistan-v-sostave-oficialnoy-delegacii-rossii-84656/
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!