Иҡтисад
3 Декабрь 2025, 13:41

Донъя эшҡыуарҙары Өфөлә кәңәшләшә

Баш ҡалабыҙҙағы “Торатау” конгресс-холында XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы башланыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Форумдың тәүге эш көнөндә бизнес-йәмғиәт вәкилдәре пленар сессияла һәм секцияларҙа эшләне.

Донъя эшҡыуарҙары Өфөлә кәңәшләшәДонъя эшҡыуарҙары Өфөлә кәңәшләшә
Донъя эшҡыуарҙары Өфөлә кәңәшләшә

Баш ҡалабыҙҙағы “Торатау” конгресс-холында XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы башланыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Форумдың тәүге эш көнөндә бизнес-йәмғиәт вәкилдәре пленар сессияла һәм секцияларҙа эшләне.

Ошоға саҡлы уҙған бизнес аҙналыҡтарындағы кеүек үк, быйыл да оло йыйында Рәсәй төбәктәренән генә түгел, ә күп кенә сит илдәрҙән дә белгестәр ҡатнашты. Улар араһында Ҡытай, Тажикстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирәттәре, Үзбәкстан, Төркиә, Беларусь, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәрҙең эшҡыуарҙары бар ине.

3 декабрҙән 5 декабргә саҡлы уҙасаҡ бизнес аҙналығының беренсе көнө иртән үк йоғонтоло идара итеү алымдарының хакатоны үткәрелде. Уны Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһы ойошторҙо. Форумдың был секцияһында сит илдәр вәкилдәренең дә байтаҡ булыуын төҫмөрләргә мөмкин ине. Сараны Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһының Етештереүҙе үҫтереү үҙәге директоры Екатерина Гришина алып барҙы. Хакатондың маҡсаты – предприятиены үҫтереү программаһын булдырыу һәм артабан тормошҡа ашырыу алымдары тураһында фекер алышыу, иң яҡшы тип табылған ғәмәлдәр менән уртаҡлашыу.

Тәүге эш көнө “Йыл эшҡыуары – 2025” традицион конкурсында еңеүселәрҙе наградалау менән тамамланды. Шулай уҡ беренсе тапҡыр Башҡортостандың ҡулланыу баҙарында алдынғылыҡты яулаған эшҡыуарҙарҙы наградалау тантанаһы булды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас