Иҡтисад
3 Декабрь 2025, 06:30

Өфөлә ҙур форум башланды

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында  ХVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы эш башланы

Өфөлә ҙур форум башландыӨфөлә ҙур форум башланды
Өфөлә ҙур форум башланды

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында  ХVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы эшен башланы.

“Бер-ике сәғәт элек кенә бизнес-йәмғиәт вәкилдәре менән беҙҙе алда нимә көтөүе тураһында әңгәмәләштек. Шуныһы әһәмиәтле: халыҡ-ара бизнес аҙналыҡтары 18 йыл элек тап ошо бинала башланып киткәйне. Конгресс-холл саҡ төҙөлөп бөткән ваҡыт ине һәм был йыйын уның залдарындағы беренсе ҙур сара булды,”–  тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, форумды рәсми асыу тантанаһында сығыш яһап. – Ошо дәүер эсендә халыҡ-ара бизнес аҙналығы эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә Рәсәй һәм сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар өсөн иҡтисадты алға этәргән драйвер булып хеҙмәт итә, был сарала күп кенә килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла.

2024 йылда уҙған форумда 59 миллиард һумлыҡ 25 килешеүгә ҡул ҡуйылғайны.  Форумда 111 илдән биш меңдән ашыу кеше ҡанашты.

Быйылғы сарала федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары етәкселәренең, эшлекле даирә вәкилдәренең, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең рәсми һәм бизнес делегацияларының ҡатнашыуы көтөлә.

Форум 3 декабрҙән 5 декабргә саҡлы дауам итәсәк. Ойоштороусыһы – Башҡортостан Хөкүмәте. Программаға ярашлы, тәүге көндә үк бер нисә секция һәм оҫталыҡ кластары эшен башланы. Улар хеҙмәт етештереүсәнлегендәге, социаль һәм йәштәр эшҡыуарлығындағы йоғонтоло һәм көнәркәшле сәйәсәткә бағышлана.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас