Иҡтисад
4 Декабрь 2025, 08:40

Эшҡыуар ҙа яҡлауға мохтаж

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы төбәктәрҙең бер-береһенә ярҙам итеү маҡсатындағы бәйләнештәре, тәжрибә уртаҡлашыу темаһына арналған секциялар байтаҡ булды.

Эшҡыуар ҙа яҡлауға мохтажЭшҡыуар ҙа яҡлауға мохтаж
Эшҡыуар ҙа яҡлауға мохтаж

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы төбәктәрҙең бер-береһенә ярҙам итеү маҡсатындағы бәйләнештәре, тәжрибә уртаҡлашыу темаһына арналған секциялар байтаҡ булды.

 Уларҙың береһе  “Бизнесты яҡлау. Төбәктең инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса иң яҡшы ғәмәлдәр менән алмашыныу” тип аталды.

Был Секцияла төп доклад менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов сығыш яһаны.

“Һеҙ, Рөстәм Хәмит улы, күп кенә идеялар һәм тәҡдимдәр әйттегеҙ, уларҙы барыбыҙ ҙа иҫәпкә алырға, уйланырға һәм тормошҡа ашырыу юлдырын эҙләргә тейешбеҙ”, – тине үҙенең сығышында Башҡортостандың  Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Ирина Абрамова һәм үҙ фекерҙәре менән дә уртаҡлашты. Бәләкәй һәм урта эшыҡарҙарҙың “ОПОРА РОССИИ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Калинин илебеҙҙә бөгөнгө эшҡыуарлыҡтың торошо һәм киләсәге тураһындағы лекцияһын да аудитория иғтибар менән тыңланы.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас