

Өфөлә барған XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Башҡортостан предприятиелары өсөн йоғонтоло идара итеү ҡарарҙары хакатоны” үткәрелде.
Был сараны Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы, Башҡортостандың Стратегик эшләнештәр үҙәгенең етештереү өлкәһендәге компетенциялар үҙәге, Стратегик эшләнештәр үҙәге ойошторҙо.
“Хакатон” һүҙе тиҙ арала технологик идеяларҙы ҡулланырлыҡ хәлгә килтереү буйынса ярышты аңлата. Бөгөнгө хакатонда республиканың 42 предприятиеһынан 90-дан ашыу белгес ҡатнашты. Ете сәғәт дауамында улар хәҙерге Рәсәй баҙарына яраҡлашыу маҡсаты ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итте һәм был эштә ил компанияларындағы тәғәйен кейстарҙы файҙаланды.
“Бөгөн беҙ ниндәй генә күҙаллауҙар һәм стратегиялар күрмәнек, бер көн эсендә предприятиеларҙың реаль тормошона үтеп инергә тура килде, уларҙың һәр береһенең проблематикаһына төшөнөргә мәжбүр булдыҡ”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов сараны йомғаҡлағанда.
Бизнес аҙналығында ойошторолған хакатондың үҙенсәлеге шунда ине:унда таныш булмаған мөхиттә эшләргә тура килде. Мәҫәлән, кибер-физик инновациялар оҫтаханаһы етәксеһе Айгүзәл Әхкәмованың командаһы юғары технологиялы машиналар эшләү предприятиеһына “идара итте”.
“Ярыштың асылы ла шунда – кешеләр үҙҙәрен бер ниндәй тәжрибәһе булмаған йүнәлештә һынап ҡараны, уларға башҡа ойошмаларҙың идара итеү ҡарарҙарына төшөнөргә тура килде. Был шуның өсөн кәрәк – беҙ, идара итеүселәр булараҡ, үҙ ойошмабыҙға сит күҙлектән дә ҡарай алырға тейешбеҙ”, – ти Айгүзәл Әхкәмова.
Хакатонда еңеүселәргә Рөстәм Моратов Башҡортостан Хөкүмәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.