

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында барған XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Башҡортостан Республикаһы менән Төркиә Республикаһының бизнес-диалогы: эшлеклелек копперацияһын үҫтереү һәм яңы проекттар” тигән сессия үткәрелде.
Сарала ҡатнашыусылар халыҡ-ара проекттарҙың масштабын ҙурайтыу һәм тормошҡа ашарыу механизмы буйынса фекер алышты. Ултырыштың модераторы һәм “РГНС+” компаниялар төркөмөнә нигеҙ һалған Азат Ғибаҙуллин үҙенең төрөк эшҡыуарҙары менән хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
“Беҙ Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә төрлө биналар төҙөгән Төркиә төҙөүселәре менән күп йылдар инде хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Уларҙың эше сифатлы булыуы һәм тиҙ башҡарылыуы менән билдәле”, – тине ул.
Рәсәйҙең Төркиәләге Сауаҙа вәкиллегендәге Башҡортостан вәкиле Марат Танһыҡҡужин үҙенең сығышында Төркиәнең Рәсәйҙең стратегик партнеры булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, ә “Һаҡлыҡ банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү клиенттары идаралығы етәксеһе Эльмира Чегодаева банктың өҫтөнлөктәрен һәм клиенттарға, шул иҫәптән – Төркиә эшҡыуарҙарына – бирә алған мөмкинлектәран аңлатты.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.