Иҡтисад
8 Декабрь 2025, 13:49

Килемдәре өс тапҡырға артҡан

Бәләбәйҙең "АММА" предприятиеһы производствоға яһалма интеллект индерергә ниәтләй. 

Килемдәре өс тапҡырға артҡанКилемдәре өс тапҡырға артҡан
Килемдәре өс тапҡырға артҡан

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә бәләбәйҙең “АММА” Ғилми-етештереү предприятиеһы эшмәкәрлеге тикшерелде. Ул нефть-газ һәм тау сәнәғәте өсөн ҡорамалдар металл конструкциялар, шулай уҡ төрлө тәғәйенләнештәге стационар һәм мобиль комплекстар эшләүҙә һәм сығарыуҙа махсуслаша.

2010 йылда ойошторолған ғилми етештереү предприятиеһы ете йылдан һуң “Бәләбәй” йылдам үҫеш биләмәһенең беренсе резиденты була. Был производствоны үҫтереүгә, шул иҫәптән инфраструктура объекттарын берлектә финанслау форматында ярҙам алырға мөмкинлек бирә. Шулай итеп, технологик биналарҙың дөйөм майҙаны 10 мең квадрат метрға тиклем арта.

Предприятие директоры Михаил Антонов әйтеүенсә, уларҙың продукцияһы Рәсәйҙең алдынғы яғыулыҡ-энергетика комплексы компанияларында талап ителә. Изделиелар номенклатураһына төрлө хеҙмәттәр өсөн биналар, блок-модуль насос станциялары, ҡаҙанлыҡтар, таҙартыу һәм диагностика сараларын эшләтеп ебәреү һәм ҡабул итеү камералары, фильтрлау ҡоролмалары һәм башҡа технологик блоктар инә. Эшләгән осоронда предприятие бөтәһе 900-ҙән ашыу проект башҡара.

Билдәләп үтергә кәрәк, 2025 йылда компанияның килеме уҙған йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға артҡан һәм 3 миллиард һумдан ашҡан. Был производствоны модернизациялауға аҡса һалырға мөмкинлек бирә.

Мәҫәлән, быйыл НПП майҙансығында металл конструкциялар етештереү цехы реконструкцияланды. 2026 йылға технологик үткәргес торбалар етештереү цехын яңыртыу планлаштырыла. Бынан тыш, Өфө дәүләт нефть техник университеты менән берлектә предприятиела заманса автоматлаштырылған линияларҙы проектлауға тотондғандар. Был башланғысты “Етештереү һәм автоматлаштырыу саралары” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашыралар.

Киләсәктә шулай уҡ яһалма интеллект технологияларын, атап әйткәндә, лазер менән ҡырҡыуҙан һуң әҙерләмәләрҙе сортлау өсөн машина күреү системаһын индереү планлаштырыла.

Башҡортостан башлығы “АММА” ғилми-етештереү предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә яҡшы эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм 2026 йылда яңы производство уңыштары теләне.

– Беҙ һеҙҙең предприятиела булдыҡ һәм һеҙҙең өсөн бик шатландыҡ. Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлау һәм сәләмләү һүҙҙәрен хеҙмәт коллективына еткерегеҙ. Компаниянан иҡтисади күрһәткестәрҙең артабан үҫеүен көтәбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас