Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Декабрь 2025, 23:40

Креатив индустрия – иҡтисадтың мөһим өлөшө

Республика етәксеһә “Креатив биләмә” номинацияһында “Создатели” премияһын Стәрлетамаҡ ҡалаһына тапшырҙы.

Креатив индустрия – иҡтисадтың мөһим өлөшө
Креатив индустрия – иҡтисадтың мөһим өлөшө

Өфөләге Көрәш һарайында Башҡортостанда “Создатели”  ижади индустриялар өлкәһендә беренсе премияны тапшырыу тантанаһы үтте.  Награда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған. Уның маҡсаты – төбәктә ижади өлкә вәкилдәренең эшмәкәрлеген популярлаштырыу.  Беренсе премияға ун номинация буйынса 400-ҙән ашыу заявка килгән. Жюри 30 финалсыны һайлап алған, ойоштороу комитеты ун лауреатты билдәләгән.

Тантана башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Креатив иҡтисад” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма президенты Марина Монгуш менән бергә Көрәш һарайы фойеһындағы күргәҙмә экспозицияһын ҡараны.  

Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү институты республиканың һуңғы йылдарҙа танымаҫлыҡ булып үҙгәргән йәмәғәт киңлектәрен презентацияланы. Төбәк етәксеһе Башҡортостандың уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында алдынғыларҙың береһе булып тороуын белдерҙе. 39 проект еңеүсе булып сыҡты – бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә 3,3 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителде.

Радий Хәбиров Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжының “Сарматтар алтыны” коллекцияһы костюмдарын ҡараны. “Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминев 2026 йылда прокатҡа тулы метражлы “Фәрзәнә Көнбайышҡа бара” фильмы  һәм  “Шайморатов генерал” анимация фильмы сығасағын һөйләне. Проекттарҙы  республика Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Башҡортостан Башлығы Гранты средстволарына тормошҡа ашырырға мөмкин булған.

Белореттан “Интерактивия” компанияһы республика ҡалаларының сәнәғәт эшмәкәрлегенә арналған видеоуйынды презентацияланы. Күргәҙмәлә төрлө арт-объекттар һәм картиналар тәҡдим ителде, һөнәр эйәләре тарафынан эшләнгән уйынсыҡтар менән биҙәлгән Яңы йыл шыршыһы ҡуйылған фотозона ойошторолдо.

Башҡортостан Башлығы “Создатели” премияһының мөһимлеге хаҡында һөйләне һәм креатив индустрияларҙың иҡтисадтың мөһим өлөшө икәнен билдәләне.

Радий Хәбиров шулай уҡ  республика ҡалаларында креатив йәмәғәт киңлектәре күренә башлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуның иҫәбендә – Өфөләге “Арт-Квадрат”, Бөрөләге “Чирковъ”, Стәрлетамаҡтағы “Патрики-маркет”. Республика етәксеһә “Креатив биләмә” номинацияһында “Создатели” премияһын Стәрлетамаҡ ҡалаһына тапшырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас