

Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа урынлашҡан "Миләш" балалар баҡсаһында яңыраҡ Әсәйҙәр көнөнә ҡарата бик матур байрам үткән. Барлығы 27 бала йөрөгән төркөмдә ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа йыр-моңға маһир. Байрам барышында һәр бала үҙенең һәләтен күрһәткән: башҡорт телендә шиғырҙар һөйләгән, ҡыҙҙар «Күбәләк» һәм «Микки Маус» бейеүҙәрен башҡарған, малайҙар иһә «Ауыл егеттәре» һәм заманса бейеүҙәре менән әсәләрен таң ҡалдырған. Моңло йырҙар ҙа яңғыраған. Төркөмдөң тәрбиәсеһе Зәйнәб Иҙрисова һәм Алина Яҡупова, ә музыкаль етәкселәре — Ғәлиә Мәхмүтова.
Сара барышында «Салауат» ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтигәрәев балалар баҡсаһына Яңы йылға 2 метр 70 см йәшел шыршыҡай бүләк иткән Балалар баҡсаһы мөдире Әлфирә Низамованы йыл һайын шыршы алыу мәсьәләһе борсой. Оҙаҡ уйлағандан һуң, ул Таһир Тимербай улына мөрәжәғәт итә һәм ыңғай яуап ала.
— Беҙ һәр ваҡыт йәш быуынға айырым иғтибар бүләбеҙ. Яңы йыл иртәлектәрендә шыршы балаларға тик ҡыуаныстар ғына килтерһен, — ти Таһир Бәхтигәрәев.
Әлфирә Илдус ҡыҙы Таһир Тимербай улына балалар баҡсаһы коллективы, ата-әсәләр һәм балалар исеменән йылы һүҙҙәрен еткереп, Рәхмәт хаты тапшырған.
Шыршы-ҡупшыҡай балалар баҡсаһының залында урын аласаҡ. «Миләш»тәргә гел бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Руслан Низамов уйынсыҡтарға аҡса биргән. Шыршы байрамдары ата-әсәләрҙең, балаларҙың да күңеленә хуш килер, яңы шыршы - ҡупшыҡай барыһына ла бик оҡшар.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районындағы Салауат утарында баҡыр мәғдәнен геологик йәһәттән өйрәнеүгә, разведкалауға һәм сығарыуға “Роснедра”ның Волга буйы федераль округы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаменты биргән федераль лицензияға эйә.
Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!