22 декабрҙә илдә Энергетиктар көнө билдәләнә. Башҡортостанда был тармаҡта – 25 мең, күрше тармаҡтарҙа 50 меңдән ашыу кеше эшләй. Республика Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ветерандарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм, ныҡлы энергетика системаһы – төбәк иҡтисады үҫешенең нигеҙе, тип билдәләне.
"Энергетиктарыбыҙға ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ эш, һаулыҡ һәм уңыштар теләйем!” – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙә.
Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер нисә белгескә “Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы” тигән маҡтаулы исем тапшырҙы.
Төбәк Башлығы указы менән был юғары исем “Башкирэнерго”ның “Бәләбәй электр селтәрҙәре” директор урынбаҫары, баш инженеры Сергей Адашковҡа; “Башҡортостан селтәр компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең көнбайыш районы электр тапшырыу линияһы участкаһы начальнигы Артур Горожанкинға; “Башҡортостан генерациялау компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте филиалының Ҡарман энергияны ремонтлау идаралығы начальнигы Айрат Фәсхетдиновҡа бирелде.
Фото: скриншот.