Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Декабрь 2025, 15:15

Ҡыҙыу эш башланды

Республикала ике ҙур проект тормошҡа ашырыласаҡ.

Ҡыҙыу эш башланды
Ҡыҙыу эш башланды

Бөгөн Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров Рәсәй Президентының тура бәйләнеше барышында Владимир Путиндың Башҡортостандың эшен һәм мөмкинлектәрен юғары баһалауы тураһында иҫкә төшөрҙө.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт башлығы “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы журналисының Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын булдырыу проекты тураһында һорауына яуап биреп, беҙҙең төбәктең потенциалын баһаланы.Рәсәй яғынан оператор булып Башҡортостан сығыш яһай. Проектты үҫеш корпорацияһы тормошҡа ашыра.

"Һеҙ бөтәгеҙ ҙә Президенттың тажик технопаркы хаҡында әйткәнен ишеттегеҙ, – тип мөрәжәғәт итте республика Башлығы Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевҡа. - Беҙҙә ике ҙур проект бар, икеһе лә ашығыс. Был, әлбиттә, Тажикстанда технопарк, беҙ нимә менән шөғөлләнергә кәрәклеген аңлайбыҙ. Һәм Үзбәкстан.

Александр Шельдяев хәбәр итеүенсә, Рәсәй-Тажикстан технопаркын булдырыу буйынса юл картаһы әҙер, проектты тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан финанслау 2026 йылда килә.

Фото: "Башинформ". 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас