Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Декабрь 2025, 11:00

Башҡортостандың төбәк стратегияһы Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәте эталонына әүерелде

Политолог Дмитрий Орлов Президент Владимир Путиндың “Тура бәйләнеш”тә Үҙәк Азия илдәре менән партнерлыҡтың өлгөлө моделе булараҡ билдәләгән Башҡортостандың тышҡы иҡтисади стратегияһын анализланы

Башҡортостандың төбәк стратегияһы Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәте эталонына әүерелде
Башҡортостандың төбәк стратегияһы Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәте эталонына әүерелде

Радий Хәбиров етәкселегендәге республиканың уңышы өс таяуға нигеҙләнә: мәҙәни код, проект ҡарашы һәм федераль бурыстарға ҡаты бәйләнеш.

Аналитик фекеренсә, Башҡортостан Үҙәк Азия халыҡтары менән үҙенең тарихи һәм мәҙәни яҡынлығын һөҙөмтәле файҙалана. Был “йомшаҡ көс” кенә түгел, ә ысын иҡтисади актив. Шәхси бәйләнештәр контракттарға ҡарағанда мөһимерәк булған төбәктәрҙә республика “аңлайышлы партнер” булып сығыш яһай, Рәсәй бизнесы өсөн ышаныс нигеҙен булдыра.

Бер тапҡыр төҙөлә торған килешеүҙәр урынына төбәк оҙайлы сроклы етештереү сылбыры булдыра. Миҫал итеп Дүшанбелағы Рәсәй-тажик индустриаль паркын килтерергә мөмкин, унда Башҡортостан проектта ҡатнашыусы ғына түгел, ә тулы хоҡуҡлы оператор булып сығыш яһай.

– Республика Рәсәй яғынан проектта ҡатнашыусы ғына түгел, ә оператор булып сығыш яһай, был тулы циклды күҙ уңында тота: һөйләшеүҙәрҙән һәм дәүләт башлыҡтары кимәлендә килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан алып етештереү майҙансыҡтарын реконструкциялауға һәм резиденттарҙы йәлеп итеүгә тиклем. Парктың еңел һәм металлургия сәнәғәтендә махсуслашыуы осраҡлы һайлау түгел, ә Башҡортостандың үҙ компетенцияларын сағылдырыу. Сәнәғәт кооперацияһының бындай моделе ябай сауҙанан сифатлы айырыла: ул оҙайлы ваҡытҡа үҙ-ара бәйлелек, технологиялар тапшырыу һәм етештереү сылбырын нығытыу булдыра, – тип билдәләй Дмитрий Орлов.

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы стратегияның төп звеноһы булды. Ул тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте донъяның 100-ҙән ашыу илендә эшләгән инвестициялар йәлеп итеү һәм технологиялар трансферы буйынса “машина”ға әйләндерә. Төбәк айырым уйынсы булараҡ түгел, ә федераль үҙәктең һөҙөмтәле агенты булараҡ эшләй.

Сығанаҡ һәм фото: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-12-24/kak-regionalnaya-strategiya-bashkortostana-stala-etalonom-vneshney-politiki-rossii-4519249

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас