Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Декабрь 2025, 16:45

“Салауат” ЯСЙ -те үҙен социаль яуаплы предприятие итеп күрһәтте

"Шулай уҡ район хакимиәтенең тәҡдиме менән беҙ Буранғол мәктәп- интернаты янын төҙөкләндереүҙе һәм ауылдың медицина пунктына ремонт яһауҙы ла үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Буранғол мәктәбе янындағы интернатҡа тиҙ арала капиталь ремонт үткәреп, Белем көнөнә уны файҙаланыуға тапшырҙыҡ", - ти йәмғиәт етәксеһе.

“Салауат” ЯСЙ -те үҙен социаль яуаплы предприятие итеп күрһәтте
“Салауат” ЯСЙ -те үҙен социаль яуаплы предприятие итеп күрһәтте

Билдәле булыуынса, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районындағы Салауат утарында баҡыр мәғдәнен геологик йәһәттән өйрәнеүгә, разведкалауға һәм сығарыуға “Роснедра”ның Волга буйы федераль округы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаменты биргән федераль лицензияға эйә. Ошо көндәрҙә йәмғиәт алып барған геологик разведка эштәре тамамлана. Компания республикала быйыл йәй теркәлде һәм, муниципаль проекттарға байтаҡ аҡса һалып, үҙен социаль яуаплы предприятие итеп күрһәтте.
Был осорҙа ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшелгән, геологик разведка эштәре уңышлы тамамланып, тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлгән осраҡта республика өсөн ниндәй файҙа буласаҡ? Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Салауат”яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир БӘХТИГӘРӘЕВ яуап бирҙе.
Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш
— Әбйәлилдә бер йыл самаһы элек геологик разведка эштәре башланыуы хаҡында иғлан ителде. Әлегә ниндәй һөҙөмтәләр бар?
—Баштан уҡ алдыбыҙға инвестиция проектыбыҙ хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләү бурысын ҡуйҙыҡ. 2025 йылдың башында комбинатыбыҙға техно-турҙар ойошторҙоҡ, ете ауыл биләмәһе халҡы менән осрашыуҙар үткәрҙек һәм уларҙың бөтә һорауҙарына ентекле яуап бирҙек. Беҙ киң мәғлүмәт саралары һәм БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары менән әүҙем эшләйбеҙ. Эҙмә-эҙлекле алып барылған эш булған шиктәрҙе таратырға һәм халыҡтың ышаныс кимәлен арттырырға ярҙам итте.
2025 йылдың июнендә баҡыр ятҡылыҡтарында эҙләнеү эштәре башланды, бының өсөн юғары квалификациялы белгестәр йәлеп иттек. Шул уҡ ваҡытта тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мөһимлеген аңлап эшләйбеҙ. Эҙләнеү барышында быраулау ҡоролмалары ҡуйылған урында ғына ағастарҙы ҡырҡырға тырыштыҡ. Был эш БР Урман хужалығы министрлығының ҡәтғи күҙәтеүендә башҡарылды. Районда шулай уҡ офисыбыҙ ҙа асылды, бөгөнгәсә унда 300-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт итеп өлгөрҙө. Халыҡтың буласаҡ эш урындары менән ҡыҙыҡһыныуы беҙҙең өсөн мөһим.
Предприятиены август айында Әбйәлил районында рәсми рәүештә теркәнек. Бында шуныһы мөһим, хәҙер һалымдарыбыҙҙың бер өлөшө туранан-тура район бюджетына күсә. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында урындағы ойошмаларҙы эшкә йәлеп итә башланыҡ. Әленән үк компания район халҡы өсөн эш урындары булдыра башланы, районда йәшәүсе экологтар, йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса, геология белгестәре беҙҙә эшләй.
— Һеҙ ағастарҙы ҡырҡыу тураһында әйтеп үттегеҙ. Геологик разведка эштәре зонаһында экосистеманы нисек һаҡлайһығыҙ?
— Беҙ Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереүҙәр үҙәге ғалимдарын саҡырып, урындағы фаунаны һәм флораны ентекле тикшерттек. Бер нисә һирәк үҫемлекте билдәләп, кәртәләп алдыҡ. Киләсәктә уларҙы күсереп ултыртырға һәм үҫтерергә ниәтләнәбеҙ. Беҙҙең ойошмала экологтар һәм профилле белгестәр эшләй, бөтә ҡанундар ҙа теүәл үтәлә.
— Әле геологик эҙләнеү эше ниндәй этапта бара?
— Геологик эҙләнеү эше Волга буйы федераль округының Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса департаменты биргән лицензия буйынса алып барыла. Эҙләнеү-баһалау этабы тамамланды. Әле алынған тау тоҡомо өлгөһөн анализлайбыҙ. 2026 йылда запастарҙы баһалағандан һуң, проекттың техник-иҡтисади нигеҙен әҙерләйәсәкбеҙ. Был материалдар дәүләт экспертизаһы үтәсәк. Әгәр баһа ыңғай булһа, ентекле геологик эҙләнеү эштәренең икенсе өлөшөнә күсәбеҙ.
“Әйткән һүҙебеҙгә тоғро ҡалабыҙ”
—Таһир Тимербай улы, белеүебеҙсә, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районында байтаҡ социаль объекттарҙы сафҡа индерҙе. Халыҡ менән осрашыуҙарҙа һеҙ райондың социаль инфраструктураһын яҡшыртыуға йәмғиәт аҡса бүләсәк һәм ярҙам итәсәк, тип һүҙ биргәйнегеҙ. Ысынлап та, әйткән һүҙегеҙҙә тоғро ҡалдығыҙ: “Ирәндек” балалар ял лагерында һәм Белем байрамы алдынан Буранғол ауылында ҡыуаныслы ваҡиғалар булды. Ошо хаҡта ла һөйләһәгеҙ ине.
—Эйе, беҙҙең йәмғиәт урындағы социаль проекттарға 100 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтте һәм үҙен яуаплы ойошма итеп күрһәтә алды. Яҙ көндәрендә ауыл халҡы менән осрашыуҙарҙа һәр саҡ “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте әйткән һүҙҙәренә тоғро ҡаласаҡ, бигерәк тә социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәкбеҙ тип һүҙ биргәйнек. 

Йылды барлағанда ҙур ышаныс менән әйтә алам: әйткән һүҙебеҙгә тоғро ҡалдыҡ. Август айында“Ирәндек” балалар ял лагерында ҡыуаныслы ваҡиға булып үтте. Бында ххәҙерге заман талаптарына яуап биргән спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды. Лагерҙа ял итеүселәр хәҙер рәхәтләнеп асыҡ һауала футбол, волейбол уйнаясаҡ, төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша аласаҡ. Яңы спорт майҙансығы ни бары ике ай эсендә файҙаланыуға индерелде.
Күп функциялы яңы спорт майҙансығында йомшаҡ япмалы баскетбол һәм футбол майҙансығы, ваҡ ҡом япмаһы түшәлгән пляж волейболы өсөн майҙансыҡ, спорт снарядтары, шулай уҡ оҙонлоҡҡа һикереү буйынса нормативтарҙы тапшырыу биләмәһе һәм йүгереү юлдары бар. Көйәрмәндәр өсөн уңайлы ултырғыстар, трибуналар ҡуйылған. Быларҙың барыһы ла хәүефһеҙлек талаптарын күҙ уңында тотоп эшләнгән.
Йәнә бер тапҡыр ҡабатлап әйтергә мөмкин, беҙ, ысынлап та, социаль яҡтан яуаплы инвестор. Бала саҡтан спорт яратҡан, сәләмәт тормошто, әүҙем йәшәү рәүешен үҙ иткән балалар киләсәктә район, Башҡортостан, ил ғорурлығы буласаҡ. Беҙ, малай һәм ҡыҙҙар көслө ихтыярлы, ҡыйыу, сәмле булып үҫһен, тип тырышабыҙ, шуға күрә лә районда балалар сәләмәтлеге һәм әүҙем спорт өсөн ошо объекттың инфраструктураһын үҫтереүҙә ҡатнаштыҡ.
Шулай уҡ район хакимиәтенең тәҡдиме менән беҙ Буранғол мәктәп- интернаты янын төҙөкләндереүҙе һәм ауылдың медицина пунктына ремонт яһауҙы ла үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Буранғол мәктәбе янындағы интернатҡа тиҙ арала капиталь ремонт үткәреп, Белем көнөнә уны файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Унда йәшәүселәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылды, өр-яңы мебель, постель кәрәк-ярағы, ашхана өсөн ҡорамалдар, һауыт-һаба һәм башҡа әйберҙәр менән тәьмин ителде. Бөгөн интернатта йылы һәм яҡты бүлмәләрҙә балалар рәхәтләнеп белем ала, спорт менән шөғөлләнә, үҙҙәренең һәләттәрен үҫтереү буйынса төрлө түңәрәктәрҙә, махсус йыһазландырылған кабинеттарҙа буш ваҡыттарын үткәрә. Хатта музей бүлмәһе лә эшләп ҡуйҙыҡ.
“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Буранғол ауылы халҡының һаулығын хәстәрләүҙе үҙ өҫтөнә алды. Башта капиталь ремонт бары интернат бинаһында ғына башланһа ла, артабан ауыл халҡының һәм район етәкселегенең тәҡдиме менән дөйөм практика табибы офисы ла интернат бинаһына күсерелде һәм тулыһынса кәрәкле медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылды. Бөгөн ауылда хәҙерге заман талаптарына яуап биргән өр- яңы практика табибы офисы эшләй.
Йәмғиәттең социаль йүнәлештәге эштәрен барлағанда, ауыр хәлгә тарыған, янғында ҙур зыян күргән Ҡушый ауылынан Гөлсибәр менән Юлдаш Исламғоловтарҙың ғаиләһенә ярҙам итеүегеҙ хаҡында ла әйтеп китмәһәк, дөрөҫ булмаҫ ине. Нурсиләнең ҡайтанан аяҡҡа баҫыуында йәмғиәттең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.
—Был ғаиләгә төшкән ҡаты һынау тураһында белгәс, битараф ҡала алманыҡ. Бындай ауыр йәрәхәттәрҙән һуң реабилитация ҙур көс һәм финанс сығымы талап итә. Беҙ ярҙамға мохтаж ҡыҙ баланы Екатеринбургтағы “Доктор Волкова” реабилитациялау үҙәгенә ебәрҙек, унда ауыр йәрәхәттәрҙән һуң пациенттарҙы аяҡҡа баҫтырыу буйынса ҙур тәжрибәгә эйә булған юғары класлы белгестәр эшләй. Айлыҡ дауалау программаһы уның һауығыуына мөһим аҙым булды, ҡыҙыҡай иркен хәрәкәт итә башланы һәм, зыян күргәндән һуң, тәүге аҙымдарын да яһаны.
—Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында Михайловка мәктәбе уҡытыусылары, ата-әсәләр менән йыйылып, Радий Хәбировҡа спорт залының авария хәлендә икәнлеген белдерҙе. Иртәгәһенә үк ”Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре Михайловка мәктәбе уҡытыусылары менән осраштығыҙ һәм йәнә спорт залын ремонтлауҙы үҙ өҫтөгөҙгә алдығыҙ.
Эйе, был эште лә үҙебеҙ атҡарып сығырға йөкләмә алдыҡ. Район етәкселеге, мәктәп коллективы менән һөйләштек, эштәр башланды. Шулай уҡ район мәктәп уҡыусылары араһында “Ғилем” олимпиадаһын ойошторҙоҡ, район һабантуйын үткәреүгә лә булышлыҡ иттек.
Иң мөһиме — беҙҙең йәмғиәт киләсәктә лә райондың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерәсәк. Геологик разведка мәғдән запасының булыуын раҫлаһа, яңы төҙөләсәк сәнәғәт предприятиеһы район халҡын ашлы ла, эшле лә итәсәк, Әбйәлилдең социаль инфрастуктураһы үҫәсәк.

Фото: Валерий Шахов

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Карима Усманова
Читайте нас