Бөгөн Көйөргәҙе районының “Искра” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы Мостафин күркәм ғүмер байрамын – 70 йәшен билдәләй. Был төбәк халҡы ғына түгел, республиканың аграр тармағында хеҙмәт итеүселәрҙең күбеһе уны ҙур тәжрибәгә эйә һөнәр оҫтаһы, абруйлы етәксе, ғөмүмән, кешелекле, тура һүҙле, намыҫлы шәхес булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Рәмил Ғиниәт улы бөтә ғүмерен тыуған төйәгенең, тыуып үҫкән Яҡшымбәт ауылының үҫешенә, яҡташтарының тормошон яҡшыраҡ итеүгә арнаған, бына инде 35 йыл “Искра” хужалығын лайыҡлы етәкләй. Уның фиҙакәр эшмәкәрлеге “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, Салауат Юлаев ордены һәм башҡа бихисап наградалар менән билдәләнгән.
“Искра” – райондағы иң эре хужалыҡтарҙың береһе, ул 12 ауылды берләштерә, уның ҡарамағында алты бригада эшләй, йәмғеһе 240-тан ашыу кеше мәшғүл. Кооператив 19420 гектар ерҙе биләй, шуның 18600 гектары – һөрөнтө ерҙәр. Хужалыҡ уңғандары ошо баҫыуҙарҙа бойҙай, арыш, арпа, һоло, кукуруз, көнбағыш, етен кеүек культуралар үҫтерә. “Искра”лар үҫемлекселек менән бер рәттән малсылыҡ тармағына ла етди иғтибар бүлә. Алты һөтсөлөк фермаһы уңышлы эшләп килә.
Рәмил Ғиниәт улының һәр нимәгә үҙ фекере, үҙ ҡарашы бар. Ауылдарҙың яҙмышы, күмәк хужалыҡтарҙың киләсәге, еребеҙҙе әләф-тәләф итмәйенсә һөҙөмтәле файҙаланыу, уға хужаларса ҡараш булдырыу кеүек етди һорауҙар борсой тыуған еренә ереккән уҙаманды.
Ул үҙенең яҙмышын тыуған ере менән бәйләүгә, ғүмерлеккә ошонда төпләнеүенә һис тә үкенмәй, киреһенсә, бының менән ғорурлана. Ауылдаштарының, хужалыҡ эшсәндәренең оло хөрмәтен һәм ихтирамын тойоп йәшәй һәм эшләй.
Ғаиләһе лә бына тигән юбилярҙың. Тормош юлдашы Лира Рәүеф ҡыҙы – юғары белемле табибә, бөтә ғүмерен халыҡтың сәләмәтлеге һағында тороуға бағышлаған. Мостафиндар ҡыҙҙары Ләйсәнгә һәм улдары Азаматҡа матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙатҡан. Бөгөн улар икеһе лә Өфө ҡалаһында төпләнеп, матур ғаилә ҡорған, балалар үҫтерә. Лира Рәүеф ҡыҙы менән Рәмил Ғиниәт улын ҡыуандырып, бер ейән һәм өс ейәнсәрҙәре үҫеп килә. Улар хаҡында ҡартатайҙары айырыуса ғорурлыҡ һәм йылылыҡ менән һөйләне.
Тормошо түңәрәк, аҙымдары ныҡлы, киләсәккә уй-ниәттәре изге Рәмил Ғиниәт улының. Уны күркәм юбилейы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!