27 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белорет районына эш сәфәре барышында муниципалитеттың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары һәм район предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмәне асып, Башҡортостан Башлығы ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә һәм Белорет районының барлыҡ халҡына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙамда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт әйтте.
Республика етәсеһе әйтеүенсә, ябай булмаған шарттарға ҡарамаҫтан, республика тормошоноң барлыҡ өлкәләрендә тотороҡло үҫеште тәьмин итеп булған. “Белорет” йылдам үҫеше биләмәһе резиденттары проекттары ла инвестициялар үҫешенә үҙ өлөшөн – 3 миллиард һумдан ашыу индерә.
Башҡортостан Башлығы муниципалитеттың торлаҡ-коммуналь хужалығы хәленә айырым иғтибар бүлде.
Республика етәксеһе Белорет һәм Инйәр үҫеше программаһына инфраструктура үҫеше буйынса 36 сараның индерелеүе хаҡында әйтте. Уларҙың 15-е – торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ линияһы буйынса. Киләһе ике йылда, программаға ярашлы, республика бюджетынан 170 миллион һумдан ашыу аҡса йылылыҡ селтәрҙәрен ремонтлауға бүленәсәк.
- Оҙаҡ йылдар район өсөн Аҙнағол ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы аша күпер борсоған һорау булып тора. Уны финанслау мәсьәләһен ҡарайбыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Өфө - Инйәр – Белорет юлы – айырыуса контролдә. Декабрь башында күп балалы ғаилә ҡатнашлығында авария булды. Әммә был – иң попууляр трассаларҙың береһе. Уға айырыуса иғтибар бүләсәкбеҙ.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов предприятиеларға ярҙам итеүҙең федераль һәм республика сараларынан әүҙемерәк файҙаланырға ҡушты.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов 2023 – 2025 йылдарҙа Белорет коммуналь инфраструктураһын яҡшыртыуға 2,3 миллиард һум аҡса йүнәлтелеүен билдәләне.
Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов республика етәкселегенә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул 2021 йылдан муниципалитеттың ҡаҙанлыҡтарҙы төҙөүгә һәм ремонтлауға 410 миллион һум йәлеп итеүе тураһында әйтте.
Кәңәшмәлә юл селтәрҙәрен заманлаштырыу, ауылдарға газ үткәреү, электр һәм һыу үткәреү селтәрҙәрен төҙөү һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Башлығы сайты.