Борай районының Мамаҙы ауылындағы “Зыятов” крәҫтиән (фермер) хужалығы эшселәренә байрамда ла ҡул ҡаушырып ултырырға форсат юҡ. Хужалыҡта аҫралған "герефорд" тоҡомло малдар иртәнән кискә тиклем хужаларҙың тәрбиәһенә мохтаж. Көнө-төнө бында эш гөрләп тора.
Элик Зыятов – малсылыҡта ит йүнәлешен йәйелдергән уңған фермерҙарҙың береһе. Бер нисә генә баш тоҡомло малдан башланған хеҙмәт үҙ һөҙөмтәһен бирә, хәҙер хужалыҡта йөҙҙән ашыу мал аҫрала. Лариса менән Элик Зыятовтар бер эштән дә ҡурҡып тормай, мал һаны артҡан һайын утарҙы ла, аҙбарҙы ла ҙурайта бара.
– "Герефорд" тоҡомло мал асыҡ һауала аҫрауға ҡулайлашҡан булһа ла, ышыҡҡа инеү тороу өсөн урын кәрәк. Шуға күрә яңы аҙбар төҙөнөк. Мул табыш алыу өсөн малды саф һауала йөрөтөргә лә, ваҡытында ашатырға, эсерергә лә кәрәк, – ти фермер. – Илке-һалҡы ғына йөрөп, мул табыш алып булмай. Былтыр 1600 төргәк бесән, 100 төргәк һалам әҙерләнек. Уларҙың ферма янында булыуы уңайлы, икенсенән, утарҙа йөрөүсе малды елдән яҡшы һаҡлай. Малсылыҡтың үҙ серҙәре бар.
Хужалыҡта эш шау-гөр килеп тора. Кемгәлер һуғымға ит кәрәк, кемдер аҫрау өсөн башмаҡ һатып ала. Фермерҙарҙың клиенттары етерлек. Яңы йылда Зыятовтар еңде тағы ла нығыраҡ һыҙғанып, сифатлы продукция етештереү өсөн бөтә тырышлыҡтарын һалып эшләмәксе.
Гөлназ Хужина фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!