Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Ғинуар , 16:00

Салауатта тотороҡло үҫеш һаҡлана

Һуңғы биш йылда бик күп объекттар төҙөкләндерелгән, “Уңайлы ҡала мөхите” федераль проекты буйынса аллеялар, парктар эшләнгән. Мәҫәлән, “Батыр” аллеяһы, Ағиҙел яры буйы матур төҫ алған

Салауатта тотороҡло үҫеш һаҡлана
Салауатта тотороҡло үҫеш һаҡлана

Республиканың иң ҙур сәнәғәт үҙәктәренең береһе булған Салауат ҡалаһы, беренсенән юғары етештереү ҡеүәте менән һоҡландыра, икенсенән, бик күп матур парктар, скверҙар, мәҙәни-тарихи объекттар, үҙенсәлекле архитектура ҡарарҙары менән үҙенә ылыҡтыра.

Яҡынса баһалау буйынса, тулайым тауар 2,8 триллион һумға еткән. Республика иҡтисады, 2024 йыл менән сағыштырғанда, 4,7 процентҡа артҡан.Төп секторҙарҙа, йәғни инвестицияларҙа, сәнәғәттә, төҙөлөштә, сауҙала, ауыл хужалығында ыңғай үҫеш күҙәтелә. Был Башҡортостан иҡтисадының тотороҡло үҫеше хаҡында һөйләй.

Быйыл төп йүнәлештәрҙең юғары үҫеш темпы билдәләнде: ҡулланыусыға тейәп оҙатылған тауарҙар күләме, төп капиталға инвестициялар, эш хаҡы артты, социаль өлкә учреждениелары тотороҡло эшләне.

Уҙған йылдың ыңғай һөҙөмтәләре араһында Салауат ҡалаһы бюджетының үтәлешен дә билдәләп үтәйек – үҙкилемдәре 27 процентҡа тиерлек артып, сығымдарҙы 94,4 процентҡа тиклем ҡаплауҙы тәьмин итергә мөмкинлек биргән. Был ҡаланың финанс йәһәтенән тотороҡлолоғон күрһәтә. Дөйөм алғанда, ошо һәм башҡа күрһәткестәр Салауат ҡалаһының иҡтисади ҡеүәтен сағылдыра һәм артабанғы үҫеш өсөн нигеҙ булдыра.

Быйыл 11 айҙа эре һәм урта предприятиелар 28 миллиард һум йәки 2024 йыл кимәленә ҡарата 56,5 процент табыш алған. 2025 йылдың ғинуар – ноябрь айҙарында эре һәм урта предприятиелар хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы 14,4 процентҡа артҡан һәм 70 510 һум тәшкил иткән. Быйыл теркәлгән эшһеҙлек кимәле 0,35 процент тәшкил итә – һуңғы 15 йылда иң түбән күрһәткес.

145 мең кеше йәшәгән Салауатта, бер кешегә иҫәпләгәндә, иң күп спорт объекттары тура килә. Ярыштар ҡалала аҙна һайын үтеп тора, шул иҫәптән Рәсәй һәм республика кимәлендәге саралар ҙа ойошторола.

Һуңғы биш йылда бик күп объекттар төҙөкләндерелгән, “Уңайлы ҡала мөхите” федераль проекты буйынса аллеялар, парктар эшләнгән. Мәҫәлән, “Батыр” аллеяһы, Ағиҙел яры буйы матур төҫ алған. Быйыл Ленин майҙанын тапшырғандар, унда федераль программа буйынса 173 миллион һум аҡса һалынған: 19 мең квадрат метр майҙан төҙөкләндерелгән, уның 12 мең квадрат метрына сифатлы плитә түшәлгән, 60-тан ашыу бәләкәй архитектура объекттары урынлаштырылған, яҡтыртыу бағаналары һәм видеокамералар ҡуйылған. Шулай уҡ “Газпромнефтехим” предприятиеһы ҡаланың Үҙәк паркын төҙөкләндергән.  

Әле Космонавтар бульварында ремонт эштәре тамамланып килә. Унда ла бик ҙур майҙан ремонтланған – плитәләр һалынған, ағастар ултыртылған, бәләкәй архитектура объекттары ҡуйылған һәм башҡа уңайлыҡтар булдырылған.

Быйыл Салауат республикала иң күп ағас ултыртҡан ҡалалар иҫәбендә – 5450 төп. Улар өс метрҙан биш метрға тиклем оҙонлоҡта һәм бөтәһе лә гарантияла тора. Ҡаланың һәр урамында йәшелләндереү алып барыла, яңы парктар, аллеялар булдырыла.

Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәтенән.

Салауатта тотороҡло үҫеш һаҡлана
Салауатта тотороҡло үҫеш һаҡлана
Салауатта тотороҡло үҫеш һаҡлана
Салауатта тотороҡло үҫеш һаҡлана
Салауатта тотороҡло үҫеш һаҡлана
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас