Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ғинуар , 16:00

Ҡар, һәр ваҡыттағыса, һис көтмәгәндә яуҙы...

Ҡыштың һуңлап килеүенә, ҡарҙың хатта декабрь башына ла  булмауына зарланған кешеләр хәҙер юлдарҙың ҡарҙан ваҡытында таҙартылмауына һуҡрана. Бигерәк тә урамдары, автомобилдәр ағымы күп булған Өфөлә хәл ҡатмарлы

Ҡар, һәр ваҡыттағыса, һис көтмәгәндә яуҙы...
Ҡар, һәр ваҡыттағыса, һис көтмәгәндә яуҙы...

 Ҡыштың һуңлап килеүенә, ҡарҙың хатта декабрь башына ла  булмауына зарланған кешеләр хәҙер юлдарҙың ҡарҙан ваҡытында таҙартылмауына һуҡрана. Бигерәк тә урамдары, автомобилдәр ағымы күп булған Өфөлә шундай хәл. Түбәндә республика Башлығы сайтына килгән бер нисә ялыуҙы күрһәтәбеҙ.

“ Ҡар быйыл да шулай көтмәгәндә яуҙымы? Коммуналь хужалыҡ кешеләре урынына мин сығып таҙартырға тейешме ни?”

“Күреүемсә, Өфө йәнә ҡыш миҙгеленә әҙер түгел! Бөгөн беҙҙең күп фатирлы йорт чатында идарасы компания вәкиле ихатала ҡарҙы үҙ көсөбөҙ менән  таҙартыраға тура киләсәге тураһында яҙған. Баҡһаң, уларҙың транспорты юҡ икән.. ”

“Ҡайҙа коммуналь хужалыҡ етәкселәре маҡтаған махсус техника? Ни өсөн урамдарҙы таҙартмай? Машинала йөрөп булмай ҙа баһа!”

“Ҡар бутҡа кеүек аяҡ аҫтында иҙелеп ята, таҙартыусылар күренмәй. Хәҙер урамда барыуы ла ҡурҡыныс, сөнки машиналар ҡарҙы йырып кинәт килеп сыға. Исмаһам, Өфөнөң төп магистрале Октябрь проспектында булһа ла юл таҙартылмай”.

“Өфөнөң Вокзал урамын кем хеҙмәтләндерә? Был һорауға ҡала хакимиәтенән августан бирле яуап ала алмайбыҙ. Әле тимер юл вокзалы майҙансығына төшкән баҫҡыстарҙы ҡар баҫҡан, олораҡ кешеләр улар буйлап атлай ҙа алмай”.

Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Кожевников әйтеүенсә, ҡала ихаталарын ҡарҙан таҙартыу өсөн көнөнә уртаса 90 берәмек техника һәм 400 кеше сыға, кәрәк булған осраҡта был эшкә идарасы компаниялар һәм хеҙмәтләндереүсе ойошмалар коллективтары лы йәлеп ителә. Ә урамдарҙа бөгөн 226 берәмек коммуналь техника эшләй. Тәүҙә улар төп юлдарҙы таҙарта, шунан бәләкәйерәк урамдарға күсә.

– Техника һәм кешеләр етерлек, – ти вице-мэр. – Хәҙер ҡар таҙартыуҙа ике сменала эшләйҙәр. Проблемалар ҙа етерлек – мәҫәлән, урам хәрәкәтенә һәм коммуналь техника йөрөшөнә юл ситендә ултырған машиналар ныҡ ҡамасаулай. Бер ыңғайҙан иҫегеҙгә төшөрәм: бөгөн һәр тармаҡта ла кадрҙар етешмеәй, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа эшкә килергә бик ашҡынып тормағандарын беләһегеҙ. Ул һәр саҡ тәнҡит аҫтында, баш ҡалабыҙҙы яратҡан һәм унда тәртип булдырылыуын теләгәндәрҙең бараһын да эшкә саҡырабыҙ.

А.Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас