Рәсәй Төҙөлөш һәм Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлыҡтарының берлектәге эше һөҙөмтәһендә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен берҙәм тәҙрәлә уңайлы хәл итеүгә йүнәлтелгән “Госуслуги Дом” мобиль ҡушымтаһын файҙаланыусылар иҫәбе 15 миллиондан ашҡан.
Был һанлаштырыуҙың милекселәр, йорттарҙа йәшәүселәр, идарасы ойошмалар өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеген, асыҡлығын, уңайлылығын күтәргән ғәмәли алым булыуын дәлилләй.
Ҡушымта торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙең йоғонтоло механизмына әйләнде – ҡулланыусыларҙың әүҙемлеге шуны раҫлай. Хеҙмәттәрҙең айырыуса кәрәклеләре – күрһәткестәрҙе тапшырыу һәм иҫәп буйынса түләү, милекселәрҙең дөйөм йыйылышында онлайн тауыш биреү үткәреү, идарасы ойошмаға мөрәжәғәт ебәреү. Ҡушымта ярҙамында идарасы ойошмаларға 5,4 миллиондан ашыу мөрәжәғәт ебәрелгән дә инде. Уларҙың 420-нән күберәге – коллектив хәбәр.
“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында тура диалог һанлаштырыу арҡаһында булдырылды. Бөгөн ул тренд ҡына түгел, ә барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн уйын ҡағиҙәләрен һиҙелерлек үҙгәрткән ғәмәли алым да. Тап шуның өсөн дә беҙ “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын бойомға ашырыу барышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡта һанлы сервистарҙы үҫтереү буйынса планлы эш алып барабыҙ. Төп бурысыбыҙ – коммуналь хеҙмәттәр сифатын туранан-тура яҡшыртҡан алымдар булдырыу”, – ти Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Константин Михайлик.
Әле ҡушымта күберәк милекселәр өсөн ҡулайлаштырылған. Уларға мөлкәте, иҫәптәре хаҡында мәғлүмәт “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы раҫланған иҫәп яҙмаһы ярҙамында автоматик рәүештә килеп сыға. Артабанғы аҙым – милексе булмағандар өсөн дә ошондай уңайлылыҡ тыуҙырыу. Улар ҡушымтаға ҡунаҡ рәүешендә инеп, хеҙмәттәрҙән файҙалана аласаҡ.
“Госуслуги Дом” ҡушымтаһын МАХ милли мессенджерының йорт чаттары менән интеграциялау аралашыу майҙансығын асыҡ диалогтың һанлы мөхитенә әйләндерәсәк. Был – коллектив ҡарарҙар ҡабул итеүҙең артабанғы кимәле. МАХ-та йорт чаттарының аудиторияһы хәҙер инде алты миллион кешенән ашҡан.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...
Фото: Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы сайты.