Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы йыл да Рәсәй Федерацияһы субъекттарында һөҙөмтәле идара итеү рейтингы ойоштора. Уның былтырғы йомғаҡтарынан күренеүенсә, Башҡортостан үҙ позицияһын күпкә яҡшыртҡан: 19-сы урындан 12-сегә күтәрелгән.
Хеҙмәт сифаты сағыла
Билдәле булыуынса, был рейтинг өс блокка бүленгән – сәйәси-идара итеү, социаль һәм финанс-иҡтисади йәһәттән эштәргә айырым баһа ҡуйыла. Дөйөм һөҙөмтә иһә ошо йүнәлештәрҙең уртаса арифметик күрһәткестәренә ҡарап билдәләнә. Рейтингта төбәк башҡарма власының һәм Рәсәй субъекттарындағы юғары вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлеге баһалана, хеҙмәт сифаты сағыла.
2025 йылда яҡшы һөҙөмтә күрһәткән тәүге 20 субъект исемлеге: Мәскәү ҡалаһы, Төмән өлкәһе, Чечен Республикаһы, Ленинград өлкәһе, Татарстан Республикаһы, Силәбе өлкәһе, Ямал-Ненец автономиялы округы, Түбәнге Новгород һәм Тула өлкәләре, Санкт-Петербург ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы, шулай уҡ Белгород, Сахалин, Ростов, Калуга өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы, Курск өлкәһе, Краснодар крайы һәм Һамар өлкәһе.
Идара итеү һөҙөмтәлелегенең уртаса балл үҫеше илдең 27 субъектында теркәлгән. Был күрһәткес 2024 йылдыҡы менән сағыштырғанда күпкә юғары – ул ваҡытта 14 төбәктә ошондай йылдамлыҡ билдәләнгән булған. “Иң яҡшылар үҙ позицияһын һиҙелерлек нығытты. Ошондай ыңғай үҫеш күрһәткәндәр араһында Ленинград өлкәһе, Татарстан һәм Башҡортостан сағыу миҫал булып тора”, – тиелә тикшеренеү йомғаҡтарында.
Тәүге блокта – сәйәси-идара итеү йүнәлеше буйынса – 75 субъектта уртаса балл кимәле күтәрелгән. Башҡортостан был йәһәттән тәүге унау исемлегендә. Ул 15-се урындан бишенсегә күскән. Әйткәндәй, Курск өлкәһе лә ошондай юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән: 18-сенән алтынсы урынға күтәрелгән.
– Башҡортостандың идара итеү моделе илдә иң һөҙөмтәлеләр иҫәбенә юҡҡа ғына инмәне, – тип билдәләй Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалындағы иҡтисад, менеджмент һәм маркетинг кафедраһы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Камалов. – Республикабыҙ власы, федераль үҙәктән төбәк ҡаҙнаһына кире ҡайтарыу шарты булмаған ярҙам йәлеп итеп, Башҡортостан үҫешен, ихтыяждарын һөҙөмтәле тәьмин итә. Төбәк Башлығы Радий Хәбировтың идара итеү командаһына компетентлыҡ хас – федераль ярҙам алыуға өлгәшеү һәм уны уңышлы файҙаланыу етәкселек эшендә мөһим әһәмиәткә эйә. 19-сы урындан 12-сегә күтәрелеү тәү сиратта, әлбиттә, Радий Фәрит улының тырышлығы, йүнселлеге арҡаһында мөмкин булды.
Иң мөһиме – тотороҡлолоҡ
Тикшеренеү эше авторҙары билдәләүенсә, республика власының төп ҡаҙаныштарының береһе – төбәктә социаль-сәйәси тотороҡлолоҡто тәьмин итеү. Был, әлбиттә, әлеге иҡтисади йәһәттән ҡатмарлы мәлдә, бюджет сикләүҙәре шарттарында еңел булмаған мәсьәлә.
– Әлбиттә, иң мөһиме – тотороҡлолоҡто һаҡлау, – тип билдәләй Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалындағы иҡтисад, менеджмент һәм маркетинг кафедраһы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Камалов. – Социаль-сәйәси өлкәнең тотороҡлолоғо – иҡтисадтың ныҡлығынан. Нефть химияһын эшкәртеү, машина эшләү һәм стандарт тармаҡтар – төҙөлөш, хеҙмәтләндереү өлкәһе, аграр сектор һ.б. – барыһы ла ҡатмарлы осорҙа бер урында тормай, үҫеш кисерә.
Федераль эксперттар баһаһы буйынса, Башҡортостан сәнәғәттә, ауыл хужалығында юғары эш һөҙөмтәһе күрһәтә, инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыс көскә эйә. Быға республиканың Рәсәй төбәктәре араһында сәнәғәт кластерҙары төҙөүҙә лидерлығы булышлыҡ итә. Иҡтисадҡа инвестициялар күләме 783,8 миллиард һумға ҡәҙәр еткән.
Шул уҡ ваҡытта рейтингта, статистика күрһәткестәренән тыш, компетентлы эксперттарҙың фекере лә иҫәпкә алына. Тимәк, барыһы ла асыҡтан-асыҡ баһалана. Йәмғиәттә үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, граждандар берҙәмлеге буйынса ла республиканың идара итеү командаһы эше юғары баһа алған. Социологтар билдәләүенсә, был йәһәттән төп күрһәткес – илдә йәшәгән төрлө халыҡтар араһындағы рухи бәйләнеш кимәле. Ул, мәҫәлән, 2021 йылда 73,1 процент тәшкил итһә, былтыр 82,5 процентҡа еткән.
– Иҡтисади йәһәттән тотороҡлолоҡ социаль блокты үҫтереү мөмкинлеген бирә. Был иһә милләттәр араһындағы мөнәсәбәтте яҡшыртыуға, дәүләт менән йәмғиәттең бер-береһен ишетеп, аңлап, уртаҡ маҡсатта берләшеүенә булышлыҡ итә, – ти иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Камалов. – Халыҡ Башҡортостанды ярата, уны йәшәү өсөн бар яҡлап уңайлы ер тип белә. Улар бер-береһенең рухи ҡиммәттәренә, мәҙәниәтенә иғтибарлы, ихтирамлы. Уңайлы шарттарҙа яҡшы йәшәһәң, кире тойғолар, милләтселек күпкә кәмей. Башҡортостанда ошо йәһәттән хәл-торош яҡшыра, һәм был бер ҙә көтөлмәгәнсә түгел. Иҡтисади тотороҡлолоҡто тәьмин итеп, республика етәкселеге милләттәр араһындағы бәйләнеште үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдыра.
54 ярҙам сараһы ғәмәлдә
Рейтингта сағылыш тапҡан тағы бер күренеш – Башҡортостандың махсус хәрби операция биләмәһендәгеләргә һәм яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса лидер төбәктәрҙең береһе булыуы. Белеүебеҙсә, был йәһәттән әһәмиәтле йәмәғәт проекттары республика Башлығы Радий Хәбировтың шәхси контролендә тормошҡа ашырыла. Төбәк власы МХО яугирҙәрен, уларҙың ғаилә ағзаларын хәстәрләүгә ҙур иғтибар бүлә, ошо бурыстарҙы йәмәғәтселек менән берлектә үтәй.
– Был эште киң йәйелдереп, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштек. Әлбиттә, махсус хәрби операция яугирҙәренә, уларҙың ғаиләләренә һәр төбәктә ярҙам итәләр. Әммә бында төп мәсьәлә – эштең киң алып барылыуында. Башҡортостан тап шуның менән өҫтөнлөктә, – ти иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Камалов.
Билдәле булыуынса, республикала МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 54 ярҙам сараһы ғәмәлдә. Был маҡсаттарға төбәк ҡаҙнаһынан финанс булышлыҡ ике тапҡырға тиерлек артты: 2024 йылда 13,4 миллиард һум булһа, былтыр 25,5 миллиард һумға етте. Беҙҙәге башланғыстар Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә таратылды, хуплау тапты.
2025 йылдың 12 февралендә ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн “Башҡортостан геройҙары” программаһын тормошҡа ашырыу тураһында”ғы Указға ярашлы, төбәктә МХО яугирҙәренән, ветерандарынан белгестәр әҙерләү эше уңышлы бара.
Фотола: республикала МХО яугирҙәренә ярҙам эше дәррәү бара.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.