

Башҡорт еренең тарихы, яҙмышы балдан айырылғыһыҙ. Бөрйән районының “Шүлгәнташ” мәмерйәһендәге таштарға төшөрөлгән һүрәттәр ҙә беҙҙең төбәктә тәүтормош кешеләренең үк ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәнен күрһәтә. Шул мәлдәрҙән әлеге көндәргә килеп еткән милли кәсебебеҙ хәҙерге заман шарттарында тейешле кимәлдә үҫешә аламы? Уның киләсәген хәстәрләү маҡсатында ниндәй эштәр атҡарыла? Ҡортсоларҙы айырыуса нимә борсой? Тармаҡтағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе яйға һалыу өсөн ниндәй дәүләт ярҙамы саралары күрелә?
Тоҡом таҙалығын нисек һаҡларға?
Ҡортсолоҡтағы көнүҙәк проблемалар араһында иң мөһимдәренең береһе – тоҡом таҙалығын һаҡлауҙыр. “Юғары сифатлы ысын башҡорт балын ошо ерҙә борон-борондан йәшәгән “аҫаба” башҡорт бал ҡорттары ғына етештерә ала” тигән фекерҙә республикабыҙҙа хәҙер ошо кәсеп менән шөғөлләнгән йүнселдәр. Ә ундайҙарҙан беҙҙә ҡара урман (“урта рус тоҡомо” тип тә атайҙар) бал ҡортоноң башҡорт популяцияһы ғына һаҡланған. Башҡалары иһә күптән тоҡом таҙалығын юғалтҡан.
“Әле Башҡортостанда тап-таҙа ҡанлы ҡара урман бал ҡорто 100 баш та юҡтыр. Бының сәбәбе – ситтән икенсе тоҡомлоларҙың йылдан-йыл күберәк индерелеүе. Ә бит ҡорттарҙың бер-береһе менән ҡатышыуы һөҙөмтәһендә оло юғалтыуға табан барабыҙ – ҡара урман тоҡомо бөтөнләй ҡалмаҫҡа мөмкин”, – ти, мәҫәлән, Бөрйән районы ҡортсоһо Вадим Сәйфетдинов.
Борон-борондан ошо ерҙә йәшәгәс, башҡорт бал ҡорто беҙҙең тәбиғәткә тулыһынса яраҡлашҡан. Һыуыҡтарға бирешмәйенсә, яҡшы ҡышлай, йәйге эҫене, көҙгө ҡырауҙарҙы, оҙайлы ямғырҙарҙы ла имен үткәрә. Хәҙер ситтән йыш алынған көньяҡ бал ҡорттары иһә беҙҙәге оҙон ҡышҡа сыҙамайынса, яҙға күбеһе үлеп бөтә.
Үҙебеҙҙең башҡорт тоҡомон нисек һаҡларға һуң? “Ситтән бал ҡорто пакеттары индереүҙе сикләү шарт, – ти был йәһәттән Вадим Сәйфетдинов. – Таҙа башҡорт тоҡомлоларҙы бер урында һаҡлап ҡына үрсетеп, күп итеп инә ҡорттар сығарып таратырға кәрәк. Мин бер нисә йыл рәттән үҙебеҙҙең район халҡына 300 – 350 инәне бушлай өләштем, күс һатҡанда ла урындағыларға арзаныраҡҡа бирҙем, ләкин бының менән генә етди һөҙөмтәгә өмөтләнеү мөмкин түгел”.
Республика Башлығы Радий Хәбиров, сит яҡтарҙан бал ҡорттарын контролһеҙ индереү сәбәпле тыуған проблемаларҙан һаҡланыу өсөн, үҙебеҙҙең пакеттарҙы етештереүҙең мөһимлеген билдәләне. Улар йылына 30-35 меңдән кәм булмаҫҡа тейеш. “2023 йылдан бирле урта рус тоҡомоноң башҡорт популяцияһын үрсетеү өсөн алынған бал ҡорто материалына киткән сығымдың яртыһын субсидиялайбыҙ”, – тине төбәк етәксеһе.
Ошо урында Кипрҙа бал ҡорттарының тоҡом таҙалығын һаҡлап ҡалыуҙары тураһында миҫал килтереп үтәйек. Был хаҡта күптән түгел Өфөлә үткән “АпиГлобал” халыҡ-ара конгресында ҡортсо Владимир Кюрджиев сығыш яһағайны. Уның әйтеүенсә, уҙған быуаттың 80-се йылдарынан һуң Кипр утрауына контролһеҙ рәүештә ситтән бал ҡорттарын индерергә тотонғандар, һөҙөмтәлә урында меңәр йылдар “хеҙмәт иткән” таҙа тоҡомлолар юҡҡа сыға башлаған, төрлө сирҙәр таралған, бөжәктәр араһында агрессия көсәйгән. “Тап шул ваҡытта хәл контролгә алынмаһа, дәүләт, ҡортсолар тарафынан тиҙ арала тейешле саралар күрелмәһә, Кипрҙың тоҡомло бал ҡорто бөтөнләй бөтөр ине, – тине сығышында белгес. – Айырым умарталыҡтарҙа урындағы инә бал ҡорттары үрсетелеп, таратылып, тоҡом һаҡланып ҡалына. Һөҙөмтәлә 2009, 2011 йылдарҙа продукцияның ҡайһы бер төрҙәре “Апимондия” конгресында алтын, көмөш миҙалдар яуланы”.
Республикабыҙҙа тармаҡҡа ярҙам сараларына әйләнеп ҡайтҡанда, солоҡсоларҙың башҡорт тоҡомло бал ҡорттары, түмәрҙәр, техника, ҡорамалдар алыуға киткән сығымдары ла 2023 йылдан бирле дәүләт тарафынан ҡапланып килә. Йәнә солоҡ балын, шулай уҡ ҡорттарҙың генетикаһын лаборатор тикшереү эштәре лә субсидиялана. Был маҡсатҡа былтыр республика ҡаҙнаһынан 10 миллион һум бүленгән. Быйыл да шундай уҡ сумма ҡаралған. Республика Башлығы һүҙҙәренсә, күстәрҙең дөйөм иҫәбендә солоҡ ҡорттарының өлөшө әлегә бер процент ҡына тәшкил итә. Ике меңгә яҡын солоҡ һәм түмәр умарта бар. 2030 йылға уларҙың һанын биш меңгә тиклем еткереү планлаштырыла.
– Республикабыҙҙа, ысынлап та, ҡортсолоҡто үҫтереү йәһәтенән күп эш башҡарыла, – ти Бөрйән бал ҡортоноң инәләрен алыу өсөн нуклеус паркы булдырған эшҡыуар Вадим Сәйфетдинов. – Әммә барыбер был кәсепте тулыһынса бизнесҡа әйләндереү мөмкин түгел. Иң мөһиме – бал ҡорттарын яратырға кәрәк. Уларға ҡарап, хеҙмәт һөйөргә, сабырлыҡҡа өйрәнәһең, тормоштоң ҡәҙерен нығыраҡ аңлайһың. Шул хаҡта уйланғанда, бал ҡортона хәстәрлекле ҡарашта булған, уларға аҡса табыу сараһы тип кенә ҡарамайынса, ысынлап яратҡан йәш белгестәр әҙерләүгә лә ныҡлы иғтибар бирелһен ине, тигән теләк тыуа. Был турала Өфөлә үткән "Агрокомплекс" агросәнәғәт форумындағы фекер алышыу майҙансыҡтарында ла йыш әйтелә. Дәүләт тарафынан ойошторолған ошондай мөһим саралар ҡортсоларҙың бер-береһе менән кәңәшләшеп, бер-береһенән өйрәнеп, уртаҡ маҡсатта эшләүенә киң мөмкинлек аса.
“Аҡыллы умарта”, “Һанлы умарта”...
Тармаҡҡа йәш белгестәр әҙерләүгә лә һуңғы йылдарҙа иғтибар көсәйә. Мәҫәлән, республиканың 15-тән ашыу мәктәбендә агрокластар эшләй, киләсәктә уларҙың һанын арттырыу планлаштырыла. Башҡортостан дәүләт аграр университетында “сәнәғәт ҡортсолоғо” тигән йүнәлеш бар. Агроколледждарҙа ла шундай белгестәр әҙерләнә.
Йәш быуын вәкилдәре араһында ҡортсолоҡто заманса алымдар ярҙамында үҫтереү юлдарын өйрәнгәндәр ҙә бар. Миҫал өсөн, Өфөлә уҙған “АпиГлобал” халыҡ-ара конгресында Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан өсөнсө класс уҡыусыһы Асҡар Монасипов үҙенең “Аҡыллы умарта” тип аталған проекты менән таныштырғайны. Әйтеүенсә, ул уйлап тапҡан алым ҡортсоларҙың эшен еңелләштерәсәк – рамдарҙы үлсәй, уларҙың ҡайһыһын таҙартырға йәки алмаштырырға кәрәклеген билдәләй, умарталағы температураны контролдә тота, бал ҡорттарының иҫәбен алып бара, уларҙың осоу ваҡытын анализлай.
“Йәш быуындың ошолай ҡыҙыҡһыныуы беҙҙең өсөн үтә мөһим. Улар, ҡортсолоҡто перспективалы бизнес тип һанап, артабан ошо өлкәлә үҙ эшен асырға теләй икән, һәр яҡлап шарттар тыуҙырырға, дәүләт ярҙамы сараларын киңәйтергә тейешбеҙ, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Артабан ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ. Ҡеүәтле сәнәғәт умарталыҡтары булдырыу мөһим. Ҡортсолоҡ продукцияларын эшкәртеүгә күберәк иғтибар бүлеү кәрәк. Экспортты үҫтерергә тейешбеҙ. Был эштәр өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр бар”.
Ошондай бурыстарҙы атҡарыу өсөн тармаҡҡа йәш белгестәр әҙерләү өҫтөнлөклө мәсьәләгә әйләнергә тейеш, тине республика етәксеһе.
Башҡортостандағы “Ростелеком” компанияһының Өфөләге ҡортсолоҡ тармағы белгестәре менән бергә эшләгән “Һанлы умарта” проекты ла иғтибарға лайыҡ. Ул яһалма интеллект алгоритмдары нигеҙендә төҙөлгән, умарта эсенә махсус датчиктар, бәйләнеш системаһы ҡуйыла. Һөҙөмтәлә ҡапҡастың асылыуы, умартаның ауыу ихтималы күҙәтеүҙә тотола, эстәге микромөхит, тауыш кимәле, температураның, дымлылыҡтың, углекислоталы газдың аҙ ғына үҙгәрештәре лә контролдә була. Был система күстең хәл-торошон баһаларға, юғалтыуҙарға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итәсәк, ти проект менән шөғөлләнгән белгестәр. Әйтеүҙәренсә, инновациялы эшләнмә етештереүселәргә бал биржаһына сығыуҙы ла еңелләштерә һәм баҙарҙа ялған продукцияның бөтөүенә килтерәсәк. Һанлы платформанан һәр кем файҙалана ала. Уның ярҙамында бал етештереүҙең барлыҡ процесын күҙәтергә, умарталыҡты теркәү, күс, бал йыйыу урыны тураһында мәғлүмәт алырға, һатыусының ветеринар сертификаты менән танышырға һ.б. мөмкин.
Ғөмүмән, ҡортсолоҡто үҫтереүҙең, был эште сифатлыраҡ итеүҙең, еңелләштереүҙең заманса алымдары күп. Тимәк, ул йәш быуынды нығыраҡ ылыҡтырасаҡ, милли кәсебебеҙ дауам итәсәк тигән ышаныс ҙур.
“Хәләл” сертификаты ла бирелде
Республикабыҙҙа әле 12 мең самаһы ҡортсо һәм 275 мең тирәһе күс иҫәпләнә. Уҙған йылдарҙа, ямғырҙар сәбәпле, уңыш аҙ булғанда, беҙҙең Башҡортостан ҡортсолары биш мең тоннанан ашыу тауар балы алыуға өлгәште. Был – дөйөм Рәсәйҙә етештерелгәндең 9,3 проценты, ә Волга буйы федераль округындағы уңыштың 30 процентын тәшкил итә.
Әле республикала йылына биш мең тонна бал етештерелә. Уны арттырыу ҡеүәтебеҙ, мөмкинлектәребеҙ бар, ти дәүләт етәкселеге. Бының өсөн ниҙәр эшләргә кәрәк?
– Иң тәүҙә сәнәғәт һәм тоҡомло ҡортсолоҡто үҫтереү кәрәк. Әле беҙҙә бал күберәк бәләкәй умарталыҡтарҙа алына. Республикала етештерелгән дөйөм продукция күләме эсендә махсус ҡортсолоҡ хужалыҡтарының өлөшө 10 процент тирәһе генә. Шуға ла беҙгә бәләкәй умарталыҡтарҙы берләштереп, һөнәри кооперацияны киңәйтеү, сәнәғәт нигеҙендәге хужалыҡ кимәленә ҡәҙәр үҫтереү мөһим, – тигән фекерҙә республика Башлығы.
Башҡортостан ҡаҙнаһынан һуңғы йылдарҙа ҡортсолоҡто үҫтереүгә 60 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был өлкәләге хужалыҡтар һәм үҙмәшғүлдәр дәүләт ярҙамы менән тәьмин ителә: ҡорамалдар, техника һатып алыу, ауыл хужалығы кооперативтары проекттарын тормошҡа ашырыу сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар, “Агростартап”, “Агротуризм” программалары буйынса гранттар бирелә. Быйылдан башлап тоҡомло күстәрҙе тотҡан өсөн субсидия ставкаһын ике тапҡырға күбәйтергә ҡарар ителде. Ошо рәүешле республика етәкселеге тоҡомло бал ҡорто хужалыҡтарын арттырыу, халыҡтың таҙа ризыҡҡа ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү мөмкинлегенә иҫәп тота.
Продукцияны илебеҙҙән ситкә экспортлау бурысы ла өҫтөнлөклө булып ҡала. Был йәһәттән донъяның ислам дәүләттәре менән бәйләнеш булдырыуға айырыуса иғтибар бирелә. Шул маҡсатта башҡорт балы Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә “Хәләл” сертификаты алды. "Агрокомплекс" агросәнәғәт форумында ошоға бәйле мәсьәләләргә йыл да ҙур иғтибар бирелеүе тейешле һөҙөмтә бирә.
* * *
Тәжрибәле ҡортсолар әйтеүенсә, һәр кешенең усында ҡабатланмаҫ һыҙаттар булған кеүек, бал ҡорттарының ҡанатында ла бер тоҡомдо икенсеһенән айырған һүрәттәр бар. Аллаһ Тәғәлә был бөжәктәрҙе лә тамғалаған. Нәҡ беҙҙең ерлек өсөн тип ебәрелгәндәрҙе һаҡлау, хәстәрләү – иҡтисади һәм милли үҫешкә, бәрәкәткә илткән юл ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
#АгроВкомплексе, #БашкирскоеЭтовкусноИполезно