“Салауат” яуаплылығы сикләнғән йәмғиәтенең партнеры булған Рәсәй баҡыр кампанияһының хәйриә фонды “Теләктәр шыршы”һы федераль мәрхәмәтлек акцияһы сиктәрендә Әбйәлил районының Рауил ауылында йәшәгән Гөлфинә Йәрмөхәмәтованың хыялын тормошҡа ашырған.
– Был шәп акцияла беҙ икенсе тапҡыр ҡатнашабыҙ. Бынан алда баламдың хыялын тормошҡа ашырып, беҙгә гитара бүләк иткәйнеләр. Тағы ла бәхетте һынап ҡарарға булдыҡ һәм бына мөғжизә - беҙгә бүләк алып килеүҙәре тураһында хәбәр иттеләр! Әлбиттә, тағы ла уңыш йылмайыуына ҡыуанысыбыҙҙың иге-сиге булманы. Гөлфинә күптән велосипедта йөрөргә теләй ине, тик һаулыҡ үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, беҙ тап өс тәгәрмәсле сәпит тураһында хыяллана инек. Аллаға шөкөр, хыялыбыҙ тормошҡа ашты! "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Рәсәй баҡыр компанияһының хәйриә фондына иҫ киткес шәп бүләк өсөн рәхмәтлебеҙ. Ҡылған изгелектәр үҙҙәренә артып, ҡайтһын! – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Гөлфинәнең әсәһе Айгөл Фәнил ҡыҙы.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районындағы Салауат утарында баҡыр мәғдәнен геологик йәһәттән өйрәнеүгә, разведкалауға һәм сығарыуға “Роснедра”ның Волга буйы федераль округы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаменты биргән федераль лицензияға эйә.
Фото һәм сығанаҡ: “Осҡон” гәзите
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!