Иҡтисад
8 Февраля , 05:30

"Ай йола" төркөмө музыканты тәҡдим итә

Ижади индустриялар - иҡтисади үҫештең төп нигеҙе.

"Ай йола" төркөмө музыканты тәҡдим итә"Ай йола" төркөмө музыканты тәҡдим итә
"Ай йола" төркөмө музыканты тәҡдим итә

“Ебәк юл” халыҡ-ара йыр фестивале донъялағы төрлө милләттәрҙең мәҙәниәтен үҫтереүгә, киң танытыуға йүнәлтелгән. Этнотөркөмдәр сығышы, тарих төпкөлөнән килгән илаһи моң боронғо менән бөгөнгөнө тоташтырған күңел байрамына әүерелә, уның майҙаны йылдан-йыл киңәйә бара. Ошо фестивалде беҙҙә үткәреү төбәгебеҙҙә ижади индустрияны үҫтереүгә ҙур өлөш индерер ине, тип белдерҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Ай йола” төркөмө музыканты Руслан Шәйхетдинов республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашлығында уҙған “Ижади индустриялар сәғәте”ндә.

“Халыҡ-ара баҙарға сығырға тейешбеҙ”

Этник музыка – быуаттар дауамында халыҡ асылын, күңелен һаҡлаған мәҙәни мираҫ. Уның моңонда, һәр ритмында – милләттең кисерештәре, шатлыҡ-ҡайғылары, еңеүҙәре, бөгөлөп төшөү һәм кире ҡалҡыуҙары, өмөт-ышанысы, ихтыяр көсө, һынмаҫ рухы. Шуға ла һәр күҙәнәгебеҙгә үтеп инеп, хистәрҙе ҡуҙғытып ебәрә, тетрәндерә – “уятып”, асылыңды иҫкә төшөрә. Милли моң көсө мәңгелек, һәм уға бөгөн заманса яңғыраш өҫтәп, сәнғәт белгестәре күңелдәрҙе генә түгел, быуындар бәйләнешен нығытыуҙы, ижади индустрия үҫешен дә хәстәрләй.

– Төрлө милләт вәкилдәре төйәкләнгән илебеҙҙә бөгөн этносәхнәләр булдырыуға ҙур иғтибар бүленә, – ти Руслан Шәйхетдинов. – Һәр төбәктә уларҙың сағыу өлгөләре бар. Күптәре бер-береһе менән даими бәйләнештә, уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашыра. Ошоноң кеүек заман сәнғәте вәкилдәрен туплаған “Ебәк юл” фестивале Башҡортостанда үтһә, төбәгебеҙҙең мәҙәни-индустриаль ҡеүәте, һис шикһеҙ, артасаҡ. Өфө география йәһәтенән уңайлы ерҙә урынлашҡан – эргә-тирәһендә бер нисә ҙур ҡала, тимәк, халыҡ күп йыйыласаҡ. Фестивалде ойошторған командаға музыканы, заман баҙары үҙенсәлектәрен яҡшы аңлаған белгестәр тупланған. Улар ярҙамында республиканың тарихында ҡалырлыҡ сағыу, юғары кимәлдәге сара уҙғара аласаҡбыҙ.

Башҡорт халҡын, оло рухи хазинабыҙ “Урал батыр”ҙы бар донъяға танытҡан “Ай йола” төркөмө музыканты билдәләүенсә, заман йәмғиәтенең иғтибарын йәлеп итеү еңел түгел – оҡшамай икән, ҡаратып, тыңлатып, уҡытып булмай. Тамашасы йыя алмау, бәғзе күргәҙмәләргә кешенең аҙ килеүе, китаптарҙың һатылмай ятыуы һ.б. – барыһы ла ижадта яңылыҡ, үҫеш юҡлығы, ҡыҙыҡһындыра белмәү һөҙөмтәһе.

– Беҙ төркөмдө ойошторғанда уҡ алдыбыҙға аныҡ маҡсат ҡуйҙыҡ: халыҡ-ара баҙарға сығырға тейешбеҙ, тинек. Ә бының өсөн көслө идея, терәк кәрәк ине. Ул халҡыбыҙҙың гәүһәре – “Урал батыр” булды, – ти Руслан Шәйхетдинов. – Рухи ҡиммәттәребеҙҙе заман баҙарына сығарыуҙың яңынан-яңы алымдарын эҙләргә, ғәмәлгә ашырырға тейешбеҙ – республикала бындай башланғыстарға юл һәр саҡ асыҡ.

Медианан халыҡ кәсептәренә тиклем

Билдәле булыуынса, илебеҙҙә ижади индустрия иҡтисади үҫештең төп нигеҙҙәренең береһе тип билдәләнгән. Дәүләттең эске тулайым продукт структураһында уның өлөшөн 2030 йылға ҡәҙәр алты процентҡа тиклем арттырыу бурысы ҡуйылған. Былтыр февралдә ижади индустрияның хоҡуҡи нигеҙҙәрен нығытҡан федераль закон үҙ көсөнә инде. Ҡануниәт мөмкинлектәре республикабыҙҙа киң файҙаланыла. Ижади иҡтисад төбәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереү, төрлө тармаҡтар араһында бәйләнеште көйләү, нығытыу сығанағы тип ҡарала. Илдә бындай индустрияларҙың 16 йүнәлеше билдәләнгән – программа тәьминәтенән башлап медиаға, гастрономияға, халыҡ кәсептәренә тиклем.

Башҡортостан беренселәрҙән булып Стратегик башланғыстар агентлығының Ижади индустрияларҙы үҫтереү төбәк стандартына ҡушылды. Уға ярашлы, 39 сараны үҙ эсенә алған план тормошҡа ашырыла. Ижади индустриялар үҫешен көйләү, контролдә тотоу маҡсатында төбәк эксперт төркөмө булдырылған, терәк ойошма билдәләнгән. Бөтә эштәр власть органдары, бизнес, һөнәри берләшмәләр менән тығыҙ бәйләнештә алып барыла. Был тармаҡ үҫешенең берҙәм юлдарын билдәләү, ҡарарҙарҙы ғәмәли йәһәттән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә.

Ижади индустрияларҙы үҫтереү йәһәтенән республикала ете пилот биләмәһе булдырылған: Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Ағиҙел, Белорет, Бөрө ҡалалары һәм Шишмә районы. Урындағы шарттарҙы иҫәптә тотоп, уларға төбәк стандарттары элементтары индерелә. 2025 йылдан алып был биләмәләрҙең эшҡыуарлыҡ һәм ижади һәләтен асыҡлауға йүнәлтелгән экспедициялар үткәрелә. Ошо нигеҙҙә локаль командалар булдырыла, пилот проекттары ғәмәлгә ашырыла. Муниципалитеттар ижади иҡтисадты үҫтереү өсөн ярҙам ала, һөҙөмтәлә яңы эш урындары асыла – төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур этәргес бирелә.

Йәш белгестәр әҙерләү

Ижади индустрияға белгестәр әҙерләү эше баш ҡалала ла, муниципалитеттарҙа ла ойошторолған. Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа ошондай мәғариф учреждениелары эшләй.

Былтыр ноябрҙә баш ҡалабыҙ Ижади индустрия мәктәптәренең III Рәсәй съезын үткәреү майҙансығы булды, һөҙөмтәлә республикабыҙҙа ошо тармаҡтың әүҙем үҫеше йәнә бер ҡат раҫланды.

Өфө дәүләт нефть техник университетында, уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында, “Ижади индустриялар класы” белем биреү проекты тормошҡа ашырыла. Унда Өфөнән өс, Бөрө ҡалаһынан бер мәктәп партнер булараҡ ҡатнаша. Һөнәр үҙенсәлектәрен 109 уҡыусы өйрәнә. Белем биреү программаһына ижади туризм, дизайн, мода, гастрономия, һанлы ҡарарҙар, эшҡыуарлыҡ һ.б. буйынса ун модуль индерелгән.

----------------------

Башҡортостанда ижади индустрияларға ярҙамдың тулы норматив һәм идара итеү инфраструктураһы булдырылған:

* 2025 йылдың 30 июнендә “Башҡортостан Республикаһында ижади индустрияларҙы үҫтереү тураһында” 295-се закон ҡабул ителде;

* 8 августа Ижади индустриялар көнө билдәләнә (Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2025 йылдың 10 мартындағы 229-сы Указына ярашлы);

* Башҡортостан Башлығы ҡарамағында Ижади индустрияларҙы үҫтереү буйынса совет эшләй (республика Башлығының 2025 йылдың 25 апрелендәге 394-се указы нигеҙендә). Уның ултырыштарын йылына ике тапҡыр үткәреү ҡаралған;

* Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы ижади индустрияларҙы үҫтереү буйынса комитет ултырыштары һәм “Ижади индустриялар сәғәте” тәртибендәге осрашыуҙар даими нигеҙҙә үткәрелә. Улар власть менән ижади сектор араһында туранан-тура аралашып эш алып барыу мөмкинлеген бирә.

----------

* 2023 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың эске тулайым продуктына ижади индустриялар индергән өлөш ике процент тәшкил иткән, йәғни 50 миллиард һумдан ашыу.

* Тармаҡта туғыҙ меңдән ашыу хужалыҡ субъекты эшмәкәрлек алып бара. Иң күп өлөштө реклама һәм пиар, программа тәьминәте, дизайн, гастрономия йүнәлештәре тәшкил итә.

* Милли премия йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан илдәге иң яҡшы өс ижади төбәк иҫәбенә инде.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас