

Һуңғы 2,5 йылда Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромы яңыртылды. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенция үҙәге директоры Руслан Фәйзуллин һөйләне.
Атап әйткәндә, төҙөүселәр 2 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы ябыҡ манежды ремонтлаған. Бынан тыш, ат һарайы, төп трибуналар бинаһын яҡтыртыу системаһы һәм мәҙәни-күмәк саралар үткәреү өсөн сәхнә тәртипкә килтерелә.
Ипподром өсөн ремонт эштәре менән бер рәттән яңы ҡорамалдар – йүгереү юлдарын һуғарыу өсөн махсус техника, мал аҙығы ташыу өсөн транспорт, шулай уҡ аттарҙы ветеринар хеҙмәтләндереү өсөн УЗИ-аппарат һатып алына.
– Спорт учреждениеһы илдең алдынғы ипподромы иҫәбенә инә, – тип билдәләне Руслан Фәйзуллин. – “Аҡбуҙат” үҙәге өс төп йүнәлеште үҫтерә. Был әле 140 башҡа еткән аттарҙың һанын тағы арттырыу, тоҡомсолоҡ эше, шулай уҡ юҡтаҡ һәм һыбайлы тоҡомдарҙың ипподром һынауҙары.
Йыл һайын ипподромда 250-нән ашыу ат сабышы үткәрелә. Уның майҙансығында шулай уҡ Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр – Мальта, Ҡаҙағстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәре ҡатнашлығында халыҡ-ара һыбайлылар чемпионаттары һәм матч осрашыуҙары ойошторола.
Эштең айырым йүнәлеше – башҡорт тоҡомло аттарҙы үҫтереү. Компетенция үҙәге тоҡом паспортын биргән берҙән-бер учреждение.
Ипподромды артабан модернизациялау пландарында фотофиништың электрон системаһын яңыртыу, махсус техника һатып алыуҙы дауам итеү һәм учреждение музейын ойоштороу. Шулай уҡ Фуслан Фәйзуллин йүгереү юлын капиталь ремонтлау кәрәклеген билдәләне.
Башҡортостан Башлығы төбәктең Ауыл хужалығы министрлығына ипподромдың артабанғы һөҙөмтәле эшләүенә, шул иҫәптән инвестиция проекттары йәһәтенән булышлыҡ итеү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.