Иҡтисад
19 Февраля , 03:30

Лизинг компанияһы ярҙамға килде

“Валерия” медицина үҙәге” йәмғиәте 2018 йылдан медицина хеҙмәттәре күрһәтә. Ошо ваҡыт эсендә меңәрләгән пациенттарына ярҙам ҡулы һуҙҙы, үҙен заманса медицина учреждениеһы итеп раҫланы.

Лизинг компанияһы ярҙамға килдеЛизинг компанияһы ярҙамға килде
Лизинг компанияһы ярҙамға килде

Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы, “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы, Бишбүләк ауылындағы “Валерия” медицина үҙәге” йәмғиәтенә заманса диагностика ҡорамалы алыуҙа ярҙам күрһәтте.

Техниканың дөйөм хаҡы 1,4 миллион һум тирәһе тәшкил итә, шуның 1,1 миллион һумы льготалы шарттарҙа 36 ай срок менән финансланған. Бындай ярҙам клиникаға өс үлсәмле ультратауыш аппараты  алырға, медицина үҙәгенең диагностика мөмкинлектәрен арттырырға ярҙам итте.

– Шәхси медицина ойошмалары средстволарын яңыртыуға һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға әүҙем тотона.  Техник базаны яңыртыуҙың бер ысулы – лизинг, бюджетҡа көс төшөрмәйенсә ҡиммәтле ҡорамалдар алырға булыша, – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Айырыуса ультратауыш системалары, ЭКГ, МРТ аппараттары, стоматология, эстетик медицина һәм косметология  өсөн ҡорамалдар алыуҙа льготалы лизинг ҙур һорау менән файҙалана. “Валерия” медицина үҙәге” йәмғиәте 2018 йылдан медицина хеҙмәттәре күрһәтә. Ошо ваҡыт эсендә меңәрләгән пациенттарына ярҙам ҡулы һуҙҙы, үҙен заманса медицина учреждениеһы итеп раҫланы.

Иҡтисадты үҫтереүгә дүрт милли проект арналған. Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” проекты (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, уның өсөн сәнәғәт, техно-һәм бизнес парктары инфраструктураһын киңәйтәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас