Иҡтисад
22 Февраля , 07:15

Троллейбуста йөрөү хаҡы күпме?

Шуныһы мөһим: юл йөрөү тарифтарын индексациялау льготаға эйә булғандарға ҡағылмай.

Троллейбуста  йөрөү хаҡы күпме?Троллейбуста  йөрөү хаҡы күпме?
Троллейбуста йөрөү хаҡы күпме?

Өфөлә трамвай һәм троллейбустарҙа йөрөү хаҡы арта. Тарифтар 2026 йылдың 1 мартынан күтәреләсәк, тип хәбәр итә “Өфө ҡалаһы: транспорт һәм элемтә” телеграм-каналы.

Электр транспортында бер тапҡыр йөрөү өсөн срокһыҙ пластик карталар һәм транспорт ҡушымтаһы булған берҙәм транспорт карталары буйынса түләгәндә тариф 34 һум күләмендә ҡуйыласаҡ.

Ҡулаҡса һәм банк карталары менән иҫәпләшкәндә транспортта бер тапҡыр йөрөү 41 һум тәшкил итәсәк.

Урта һәм башланғыс белем йорттары уҡыусылары өсөн транспорт ҡушымтаһы булған берҙәм транспорт карталары менән түләү 21 һумға төшәсәк. Бер багаж өсөн 24 һум түләргә кәрәк.

Шуныһы мөһим: юл йөрөү тарифтарын индексациялау льготаға эйә булғандарға ҡағылмай.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас