Иҡтисад
24 Февраля , 09:30

Беҙҙең проект менән федераль кимәлдә ҡыҙыҡһыналар

"Һөт кухняһы" етештерелгән продукция күләмен арттырыу өсөн үҙенең производстволарын яңырта

Беҙҙең проект менән федераль кимәлдә ҡыҙыҡһыналарБеҙҙең проект менән федераль кимәлдә ҡыҙыҡһыналар
Беҙҙең проект менән федераль кимәлдә ҡыҙыҡһыналар

2025 йылда 20 меңдән ашыу кеше “Һөт кухняһы”нан бушлай махсус аҙыҡ-түлек алған. Улар иҫәбендә йөклө ҡатындар, бала имеҙгән әсәләр һәм өс йәшкә тиклемге балаһы булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар бар. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Азат Асҡаров һөйләне.

Былтыр предприятиела бөтәһе 2,6 мең тонна әҙер балалар һәм өлкәндәр продукцияһы етештерелгән. Бының өсөн 3 268 тонна һөт эшкәртелгән.

– Һатыу географияһын киңәйтеүҙе дауам итәбеҙ – хәҙер “Һөт кухняһы” продукцияһы “Ашан” магазины кәштәләрендә лә барлыҡҡа килде, башҡа сауҙа селтәрҙәре етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, – тине Азат Асҡаров. – 2025 йылда Башҡортостанда эшләгән “Һөт кухняһы” проекты федераль кимәлдә ҡыҙыҡһыныу уятты. Стәрлетамаҡтағы производство подразделениеһына Федерация Советының эшсе төркөмө килде. Предприятиеның алдынғы хеҙмәткәрҙәрен халыҡтың льготалы категорияларын махсус аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн дәүләт стандартын әҙерләү буйынса эксперт советына индерҙеләр.

2026 йылға республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә тән ауырлығы дефициты булған балаларҙы юғары аҡһымлы продукция менән тәьмин итеү буйынса проектты башлау, йомшаҡ һәм ярым ҡаты сырҙар етештереүҙе киңәйтеү, Үрге Ҡыйғы ауылы майҙансығында ҡымыҙ продукты сығарыуҙы башлау планлаштырыла.

Өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә – конкурент продукция сығарыуҙы арттырыу һәм республика бюджетына йөкләмәне кәметеү маҡсатында производствоны этаплап үҙгәртеп ҡороу.

– Килемде етештереү сығымдарына бүлеү бюджет аҡсаһын экономиялай. Һуңғы биш йылда бюджеттан бүленгән сумма 119 һумға кәмегән, – тине Азат Асҡаров. – Алдағы биш йыллыҡта коммерция эшмәкәрлеген һәм өлкәндәр өсөн продукция сығарыуҙы үҫтерәсәкбеҙ. 2030 йыл аҙағына әҙер продукция күләмен 4 мең тоннаға тиклем, килемде – 421 миллион һумға тиклем, ә эшкәртелгән сеймал күләмен 5,5 мең тоннаға тиклем арттырырға планлаштырабыҙ.

Башҡортостан Башлығы “Һөт кухняһы” проектының эҙмә-эҙлекле үҫешеүен билдәләне.

– Иң шәбе – предприятие тулыһынса үҙ аллы булып, үҙе аҡса эшләй башлаһа. Быға ынтылығыҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас